4 декабрь, Йәкшәмбе

15 июнь 2010 йыл, 10:15

«Урал Лото» йәйге ялдағыларға яңы мөмкинлек бүләк итә

автор: Евгений Рәхимҡолов

«Урал Лото» компанияһы ял ваҡытын ҡаланан ситтә, баҡсала үткәрергә яратҡандарға, һәм шуның арҡаһында телевизор ҡарарға мөмкинлеге булмағандарға лотерея тиражы уйнатылыуы тураһында мәғлүмәт алырға яңы мөмкинлек бирә. 20 июндән башлап тираж уйнатылыуы «Юлдаш ФМ» радио тулҡынында тура эфирҙа трансляцияланасаҡ.

Бынан тыш, «Урал Лото» ял итеүселәргә кәрәҙле телефон оторға форсат бирә. Акция хаҡында тулыраҡ мәғлүмәтте компанияның www.uralloto.ru сайтынан алырға мөмкин.

Һәм, ниһайәт, өсөнсө, «Урал Лото» бүләк иткән көтөлмәгән мөмкинлек менән ошо аҙна дауамында ғына ҡулланырға мөмкин. Был аҙнала отошло комбинацияның алты һанын да дөрөҫ билдәләгән кешегә компания отҡан суммаһын биш миллион һумға тиклем арттырасаҡ.

темалар: лотерея