9 декабрь, Йома

15 июнь 2010 йыл, 9:55

Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов «Асы» шифаханаһының ял үҙәге төҙөлөшө менән танышты

автор: Сергей Захаров, Евгений Рәхимҡолов | фото: Олег Яровиков | фото: Олег Яровиков

Яҡын арала “Асы” шифаханаһында уңайлы ял үҙәге буласаҡ.  14 июндә Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов Белорет районына эш сәфәре барышында уның төҙөлөшө менән танышты. Сәфәрҙә Президентты БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев, БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Фидус Ямалетдинов, БР төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министры Рауил Ибәтуллин оҙатып йөрөнө.

Шифахана биләмәһендәє ял үҙәге төҙөлөшө былтыр йәй төҙөлә башланы. әлеге ваҡытта бында биҙәү эштәре алып барыла. Дөйөм майҙаны 5 мең квадрат метр самаһы тәшкил иткән өс ҡатлы яңы бинала спорт залдары, йөҙөү бассейны, тренажер комплексы, кинотеатр, балалар бүлмәһе, китапхана, бильярд залы, конференция залы урынлашасаҡ.

Ял үҙәге төҙөлөшөн финанслау өсөн республика бюджетынан 228 миллион һум аҡса бүленгән. ЄӘле ошо аҡсаның яртыһынан күберәге үҙләштерелгән. Төҙөлөш эштәрен “Башнефтезаводстрой” тресы коллективы башҡара.

Ял үҙәге төҙөлөшө менән танышҡандан һуң Мортаза Рәхимов төҙөүселәр һәм шифахана етәкселеге менән эш кәңәшмәһе үткәрҙе. Унда шифахананың артабанғы үҫеш перспективалары тикшерелде. Республика башлығы ял үҙәге асыуҙың, шулай уҡ шифахана биләмәһен төҙөкләндереүҙең мөһимлеген билдәләне.

— Шифахана биләмәһен мөмкин тиклем һөҙөмтәлерәк файҙаланырға һәм кешеләр рәхәтләнеп ял итһен өсөн тейешле шарттар булдырырға кәрәк. Шул саҡта бында  сәләмәтлеген нығытырға теләүселәр ҙә күберәк буласаҡ, — тине Президент.

Әлеге мәлдә шифахана биләмәһендә урынлашҡан быуа һәм уның эргәһендәге ҡомлоҡто тәү сиратта төҙөкләндерергә кәрәк. Быуаның майҙаны алты гектар самаһы, тәрәнлеге биш метрға еткән урындары бар.

Республика башлығы шулай уҡ ял үҙәге төҙөлөшөн тамамлау ваҡыты менән ҡыҙыҡһынды. Төҙөүселәр әйтеүенсә, объект сентябрҙә файҙаланыуға тапшырылырға тейеш. Ял үҙәге өсөн ҡорамалдар һатып алыуға тағы ла 50 миллион һум самаһы аҡса кәрәк буласаҡ.

Бөгөн “Асы” шифаханаһы Башҡортостандағы төп шифаханаларҙың береһе булып тора. Бында республикабыҙҙан ғына түгел, күрше төбәктәрҙән дә ял итергә киләләр. Шифахана директоры Уранбай Ямалов әйтеүенсә, әле шифаханала буш урын юҡ. Былтыр бында 4381 кеше ял иткән, быйыл тәүге биш айҙа шифаханалағы табыш 48 миллион һум тәшкил иткән. Шифаханала 224 кеше эшләй. Уларҙың барыһы ла эштән торлаҡ менән тәьмин ителгән.

Эш сәфәре сиктәрендәє Мортаза Рәхимов шулай уҡ Асы ауылының социаль хәле менән танышты. Республика башлығы СССР-ҙың халыҡ артисы Арыҫлан Мөбәрәковтың һәйкәле эргәһендә, Асы минераль шишмәһендәє һәм ауыл мәҙәниәт йортонда булды. ЄӘлеге мәлдә капиталь ремонт талап ителгәнгә күрә, мәҙәниәт йорто ваҡытлыса эшләмәй. Бинаны ҡарап сыҡҡандан һуң, БР Президенты Рауил Ибәтуллинға объектты артабан файҙаланыу мөмкинлеге булыу-булмау йәһәтенән тикшерергә һәм тейешле һығымта бирергә ҡушты.