8 декабрь, Кесе йома

11 июнь 2010 йыл, 18:14

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаттары башҡорт халҡына Мөрәжәғәт ҡабул итте

автор: "Башинформ"

Өфөлә үҙ эшен тамамлаған III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡорт халҡына Мөрәжәғәт ҡабул итте. Түбәндә Мөрәжәғәт тексын тулыһынса бирәбеҙ:

“Хөрмәтле милләттәштәр!

Беҙ Өсөнсө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаттары, ер шарының төрлө мөйөштәренән иң гүзәл һәм иң бай дәүләттәрҙең береһе -  Башҡортостанға йыйылып,  йөрәк түренән сыҡҡан мөрәжәғәтебеҙҙе  башҡорт халҡына еткерәбеҙ.

Беҙҙең уртаҡ уйҙарыбыҙ, хыял-маҡсаттарыбыҙ башҡорт халҡы менән бәйле. Иң изге теләктәребеҙ, өмөттәребеҙ киләсәгебеҙҙең төп нигеҙе һәм көсө  – туған халҡыбыҙға бағышлана.

Ҡоролтайҙа яңғыраған ҡарарҙар, теләктәр башҡортмон тигән һәр башҡортҡа, дуҫлыҡ һәм татыулыҡты хуп күргән башҡа милләт вәкилдәренә, ил башлыҡтарына барып етһә ине.

Беҙ башҡорт иле — Башҡортостанға, милләттәштәребеҙгә, уның яҡты һәм уңышлы киләсәгенә ҙур өмөттәр бағлайбыҙ әммә киләсәктә милләтебеҙҙе һаҡлай һәм яҡлай алырлыҡ дәүләт механизмы һаҡланып ҡалыуына тулы гарантия бирә алмайбыҙ. Ошондай шарттарҙа милләттең үҙен-үҙе һаҡлай һәм яҡлай алырлыҡ потенциалы барлығын иҫкә төшөрөү фарыз. Һәр башҡорт кешеһе мотлаҡ үтәргә тейешле бурыстарҙан, ҡағиҙәләрҙән, ғәмәлдәрҙән, ҡанундарҙан   бар була башҡорт халҡының йәшәү программаһы.    Ошо программаны үтәй алһаҡ, халҡыбыҙҙың киләсәге яҡты һәм өмөтлө буласаҡ.

Беренсе бурыс – тарихыңды өйрәнеү аша милли үҙаңды уятыу.   Бар бәләләребеҙ тарихи хәтерҙе юғалтыуҙан, үҙеңдең кемлегеңде белмәүҙән килә.  Ҡарағыҙ, бөгөн һәр халыҡ үҙен боронғораҡ итеп күрһәтергә ынтыла. Боронғоһо менән ғорурланған халыҡты берәү ҙә еңә алмай икәнен белә улар.    Беҙҙең оҙон ғүмерле булыуыбыҙҙы ғалимдар башҡорттоң Уралда формалашып, уны бер ҡасан ташлап китмәүенә, шулай уҡ тарихи хәтерҙең быуындан-быуынға һаҡланып килеүенә бәйләй.  Беҙҙең көс – тамырҙарыбыҙҙа.  Ата-бабаларыбыҙҙың киләсәк быуындар ҙа һоҡланырлыҡ тарихи ғәмәлдәре етерлек. Һәр  башҡорт тарихтағы Еңеүҙәребеҙ хаҡында белергә, шуға ҡарап рухын яңыртырға, ғорурлығын арттырырға тейеш!  

Башҡортостандың Рәсәйҙә сағыштырмаса һил йәшәүе иң тәүҙә республикаға исем биргән халыҡтың башҡаларҙы   аңлап, кисереп, түҙеп йәшәй алыуынан килә. Республикаға Башҡортостан исеме бирелгән икән, уның нигеҙен тәшкил иткән милләткә иғтибар һис шикһеҙ күберәк булырға тейеш. Нисек кенә тиһәк тә, донъяла башҡорттарҙың үҙ-үҙен һаҡлай һәм үҫтерә торған бүтән иле, ере юҡ. Ҡасандыр бүтән ҡәүемдәр төрлө сәбәптәр арҡаһында беҙгә килеп үҙ төйәген тапҡан һәм ошо ерҙең төп халҡы уларҙың милли һәм социаль ихтыяжына аңлы ҡараш менән йәшәй икән, башҡалар ҙа төп халыҡҡа шундай уҡ мөнәсәбәттә булырға тейеш. Был – толерантлыҡтың асылы.

Аҫабалыҡ – күп быуаттар дауамында  башҡорттоң билдәле бер ергә хужа булыу хоҡуғы – милләтебеҙҙе һаҡлап, туплап торусы мөһим фактор булған. 1920 йылға тиклем үҙ еренә үҙе  хужа булған башҡорт. Зәки Вәлиди етәкселегендәге тәүге Башҡортостан хөкүмәтенең төп бурысы аҫаба башҡорттоң тыныс тормошон тәьмин итеү була. Аҫабалыҡтан яҙҙырыу башҡортҡа иң ҙур байлығыбыҙ ер икәнен онотторҙо. Әле беҙгә тарихи мөмкинлек бирелде. Шуны иҫтә тотоп, һәр беребеҙ тыуған еребеҙҙә нимәлер эшләп өлгөрөргә, ергә нығынып ҡалырға бурыслыбыҙ. Бөгөн кемдер ерҙе һата икән, ул үҙенекен түгел, ә башҡорт ерен һата.  Ер һатыусыға һәм быға булышлыҡ итеүсе кешеләргә түҙеп торғоһоҙ мөнәсәбәт булдырғанда ғына был хәлде туҡтатып буласаҡ.  

Башҡорттоң борон-борондан яугир зат булғанын да оноторға ярамай. Ғәскәри хеҙмәттә булыу, бигерәк тә ата-бабаларыбыҙҙың байтаҡ йылдар казачий сословиела торған йылдарында, милләтебеҙҙе бар донъяға таныта, уны данлы халыҡтар рәтенә индерә. Яугирлыҡ, ҡаһарманлыҡ– ул башҡорттоң йәшәү рәүеше.  Ошо йәһәттән башҡорт казактары традицияларын тергеҙеүҙе  халыҡты күтәрә торған бер сара итеп ҡарайыҡ.    

Һәр  башҡорттан башҡорт телле башҡорт үҫһен.  Туған тел – ул аралашыу теле генә түгел. Ул – күңел нуры. Ул – беҙҙең ҡан теле, һәр күҙәнәгебеҙ, ҡан тамырҙарыбыҙ, булмышыбыҙ теле. Ошоно һәр әсәй, һәр атай тойһон ине. Туған телһеҙ кеше – рухһыҙ, зәғиф кеше. Иҫеңдә тот: балаларың һәм ейәндәрең ниндәй милләт телендә һөйләшә – һин шул милләткә хеҙмәт итәһең.  

Башҡорт – тәбиғәт балаһы.  Башҡорттарҙы урман характерлы кешеләр, тип тә атап була. Урмандарыбыҙҙың  күпләп ҡырҡылыуы, еребеҙҙең ҡола-яланға әүерелеүе милләттең холҡонда ла сағылыш таба. Тимәк, милләтебеҙҙе һаҡлау өсөн уның холоҡ-фиғелен ҡылыҡһырлаған урманын да һаҡларға кәрәк булып сыға. Ә урманды тик милләт кенә һаҡлай ала.  

”Урал батыр” кеүек эпостарыбыҙ, үҙ фәлсәфәбеҙ халҡыбыҙҙы мең йәшәр халыҡтар рәтенә ҡуя. Шуға ла бөгөн   “Урал батыр” эпосын фәнни яҡтан өйрәнеү үҙе үк башҡорт милли фәлсәфәһенең нигеҙен яҙыу буласаҡ.  

Беҙгә халҡыбыҙ менталитетына хас иң гүзәл сифаттарыбыҙҙы һаҡлап, нимә менән ғорурланырға, нимәнән ҡотолорға кәрәк икәнде лә билдәләргә   кәрәк.   Беҙҙең күптәребеҙгә, мәҫәлән, дыуамаллыҡ, тәкәбберлек, көнләшеү, биргән һүҙеңде үтәмәү, эреләнеү, сабатаны түргә элеү кеүек бик күп халҡыбыҙ менталитетына хас булмаған, ҡайҙандыр ҡылыҡтарыбыҙға “йоҡҡан” сифаттарҙан да ҡотолорға кәрәк.  

Беҙ — туғанлыҡ тойғоһо көслө булған милләт  Шуға ла миллләттәштәргә үҙ туғаның итеп ҡарарға өйрәнәйек. Был вазифаһыына, дәрәжәһенә, эшенә ҡарамай, һәр беребеҙгә ҡағыла. Әгәр ҙә һин ниндәйҙер баҫҡысҡа күтәрелгәнһең, дәрәжәле кеше икәнһең, әйләнә-тирәңә күҙ һалырға ла онотма: эргәңдә милләттәш туғандарың бармы, уларҙың һиңә мохтаж булыуҙарын уйлайһыңмы, юғарылыҡҡа уларҙы ла әйҙәйһеңме? Билдәле тәбиғәт ҡанунын иҫеңдә тот: туғанын ҡәҙерләмәгән үҙе лә ҡәҙерһеҙ булыр.  

Шәхесен күтәргән халыҡ, үҙен дә күтәрә икәнен онотмайыҡ.  Бына, мәҫәлән, Әхмәтзәки Вәлиди үҙенең төп идеологы итеп Зәйнулла Рәсүлевты атай. Беҙ бөгөн Башҡортостан Республикаһы тип аталған милли дәүләтебеҙ булыуы менән дә иң тәүҙә Зәйнулла ишан кеүек зыялы заттарға бурыслыбыҙ. Зәйнулла ишан Рәсүлев Аллаһы Тәғәлә асылын белеүҙең иң юғары рухи бейеклегенә етеп, “Ҡотоп Заман” титулына лайыҡ булған. Был исем суфый иерархияһының иң юғары кимәленә етеүҙе белдереп, ошолай тип нарыҡланған шәхестең Хоҙай тарафынан һайлап алынғанлығын, уның Хоҙайға яҡын вәли зат булыуын аңлатҡан. Ошондай шәхестәребеҙҙе күтәреп, Хоҙай ризалығына өлгәшәйек.

Заман башҡорто имиджы булдырайыҡ. Башҡорт имиджы – ул башҡорт рухы, башҡорттоң донъяға таралған күңел сафлығы, тоғролоғо, рухи батырлығы. Ошондай күркәм сифаттарыбыҙҙы заманға  яраҡлаштыра белергә тейешбеҙ.  Хәҙер заман үҙгәреүгә бәйле күп кенә илдәрҙә һәм халыҡтарҙа дәрәжә, имидж,  бренд проблемаларына иғтибар көсәйҙе.  Белемле, телдәрҙе һәм закондарҙы яҡшы белгән, иҡтисадта балыҡ кеүек йөҙгән, күп аҡса эшләй алған яңы башҡорт образын булдырыу зарурлығы тыуҙы.

Ҡатнаш никахтар башҡорттоң төп бәләһенә әүерелде.  Башҡорт милләте донъялағы бик күп халыҡтарҙың, ҡәбиләләрҙең иң көслө һәм күркәм сифаттарын үҙендә берләштерә алған. Беҙ үҙебеҙ генә ошо феноменды баһалап бөтөрмәйбеҙ һәм милләтебеҙҙең ырыу-ара никах потенциалын файҙаланыу урынына, милләт-ара никахтарға өҫтөнлөк бирәбеҙ. Милләт-ара никахтар беҙҙең файҙаға түгел, сөнки ҡатнаш никахлы ғаиләләрҙә, бигерәк тә, ҡала шарттарында башҡорт позицияһы көслө түгел.  

Шәжәрә байрамдары үткәреү тураһында Хөкүмәт ҡарарын ғәмәлгә ашырыу бик фәһемле эш булды. Төрлө төбәктәрҙә көн итеүсе ҡан-ҡәрҙәштәребеҙҙең үҙ милли тамырҙарын табыуы, тормошобоҙҙағы ҡапма-ҡаршылыҡтарға, ауырлыҡтарға бирешмәүе, теленә, диненә һәм еренә тоғро ҡалыуы халҡыбыҙҙың милли үҙаңы үҫешенең асыҡ сағылышы ул. Әммә әле шәжәрәне башлыса айырым ғаиләләр эшләтә. Тыуған ауыл, ырыу шәжәрәләрен эшләйек. Ауылды берләштереүҙең ошондай шәжәрә төҙөү формаһын  бигерәк тә республикабыҙҙың төньяҡ-көнбайышы төбәгендә файҙаланыу  фарыз.  

Халыҡтың  күңелен ҡуҙғатыуҙың, йөрәген уятыуҙың иң йоғонтоло сараһы – дингә ҡайтыу.  Башҡорт динде күңеле, йөрәге менән ҡабул итә торған милләт. Башҡорт үҙенең күңеле, ҡылған ғәмәле менән дини асылына тоғро.  Рухи ҡыйралыш динебеҙҙән ситләшкәс башлана. Беҙ йөрәктәребеҙҙе уятыусы, халыҡты туплаусы көс асҡысыны диндә икәнлеген аңларға тейешбеҙ.  

Иң сетереклеләрҙән һаналған, оҙайлы эш алып барыуҙы талап иткән төп проблемаларыбыҙҙың береһе — заман талаптарына яуап бирерлек милли кадрҙарҙың аҙ булыуы. Милли кадрҙар сәйәсәтен  дәүләт органдары һәм учреждениелары ғәмәлгә ашырырға тейеш, һәм беҙ быны уларҙың иҫенә төшөрөп торорға тейешбеҙ. Кадрҙар сәйәсәтен хәл итеүҙең төп юлы һәм ысулы һөнәри белем алыу өлкәһе менән бәйле. 1000 кешегә тура килгән юғары белемлеләр һаны йәһүдтәрҙә иң юғары булһа, ә яҡуттарҙа һәм буряттарҙа  ул 20 проценттан уҙып китте, башҡорттарҙа иһә — ни барыһы 10 процент самаһы ғына. Шулай булғас, халҡыбыҙҙың белем кимәлен күтәреү өлкәһендә беҙ бөгөн ең һыҙғанып эшләргә бурыслыбыҙ.  

Ислам тәғлимәте “Уҡы!” тигән саҡырыуҙан башлана. Һәр башҡорт үҙ туған телендә сыҡҡан баҫмаларҙы алдырырға, уҡырға, улай ғына түгел, шул баҫмаларҙың уның ихтыяжына яуап бирерлек, һорауҙарына яуап табырлыҡ рух сығанағы булыуына өлгәшеү өсөн уларҙың нәшер эшендә ҡатнашырға тейеш.  

Меҫкенлек психологияһын күңелебеҙҙән йолҡоп алып ташларға кәрәк. Бахырланыусылар һәр милләттә бар. Беҙҙекеләр халыҡ исеменән бахырланырға яратыусан булыуы менән ҡурҡыныс. „Башҡорт шулай инде...” тип, халыҡ исеменән меҫкенләнеүҙе  ҡәтғи тыйығыҙ. Күңелде төшөрә торған һүҙ — йоғошло сирҙән дә алама. Ялҡаулыҡ, меҫкенлек – кешенең үҙ-үҙен юҡ итеү программаһы ул. Халҡыбыҙ эсә, тип һөйләүҙән туҡтап, „Башҡорт эсмәй”, тигәнгә ғәҙәтләнәйек, ошоно һәр милләттәшебеҙҙең ҡанына һеңдерәйек.  

Йәштәребеҙҙе маҡсатлы йәшәргә өйрәтеү фарыз. Иң тәүҙә йәштәребеҙ аңына „Һеҙ — республика хужалары, республика, милләт киләсәге һеҙҙең ҡулда” тигән инаныуҙы һалырға кәрәк. Башҡа бөтөн маҡсаттар ошо инаныуҙан башланырға тейеш. Ошо илдең хужаһы икәнһең, тимәк, һин уның яҙмышы, уның сәскә атыуы өсөн яуаплылыҡты ла үҙ иңеңә алырға тейешһең.  

Күрше өлкәләрҙә йәшәүсе башҡорттарҙың балалары хатта үҙ телен предмет булараҡ өйрәнеү мөмкинлегенән дә мәхрүм. Силәбе, Свердловск, Курган, Ырымбур, Һамар өлкәләрендә йәшәүсе милләттәштеребеҙ үҙ ата-бабаларының ерендә көн итә, уларҙың балаларын уҡытыу өсөн милли мәктәптәр закон нигеҙендә мотлаҡ булдырылырға тейеш.

Сығышы менән аҫаба башҡорт вариҫтары булған милләттәштәребеҙҙең 20 проценты тиерлек көнбайыш диалектында һөйләшә. Беҙҙең менән бер төптән сығыуҙарын иҫтә тотоп, көнбайыш башҡорттары менән мөнәсәбәттәребеҙҙе айырым бер программаға нигеҙләп  ҡороу зарур.  

Хәҙер ауыл үҙ яйына ҡалдырылып, уның яҙмышы үҙ ҡарамағына тапшырылды. Ауыл ерендә йәшәүселәр араһында эшһеҙҙәр күбәйҙе. Улар ауыл хужалығы менән шөғөлләнеүҙән килем алып булмау арҡаһында ҡалаларға китеп, эш, йәшәү урыны таба алмай ҡаңғырып йөрөй. Йәштәрҙең күпләп ситкә китеүе арҡаһында ауылдар бәләкәйләнә, мәктәп йәшендәге балалар аҙайғандан-аҙая бара. Был бөтә дәүләт кимәлендәге мәсьәлә.  

Башҡорттар араһында эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүселәр аҙ.   Бигерәк тә халҡыбыҙҙың ғәҙәти кәсептәрен тергеҙеү отошло булыр ине. Урал аръяғы төбәгендә, төньяҡ-көнсығышта сәнәғәт предприятиелары юҡҡа иҫәп. Шул уҡ ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү предприятиелары төҙөүгә дәүләт инвестицияларын йәлеп итеү хаҡында һүҙ башлау кәрәк.  Милләт мәнфәғәттәренә зыян итер күренештәргә ҡаршы көрәшеүҙә ҡыйыулыҡ күрһәтергә кәрәк.

Халҡыбыҙ бөгөн белем биреү стандарттарының милли-төбәк компоненты бөтөрөлөү менән риза түгел, һәм ошо хаҡтағы халыҡ фекере 260 мең шәхси имза менән нығытылған. Әгәр Федераль үҙәк ошо мәсьәләне хәл итергә теләмәй икән, беҙ уны яңынан күтәреп сығырға бурыслыбыҙ. Әгәр үҙ һүҙебеҙҙе өҫкә сығара алмаһаҡ, башҡорт телен һәм мәҙәниәтен үҫтереү мөмкинлеге менән бергә ватансыл йәштәр тәрбиәләүҙә лә ҙур юғалтыуҙарға дусар буласаҡбыҙ.

Көҙ көнө буласаҡ халыҡ иҫәбен алыу компанияһына һәр башҡорт яуаплы ҡарарға бурыслы. Үҙенең милләтен билдәләй алмай, аҙашып йөрөгәндәргә фәнни, архив материалдары менән ярҙам итеү ғалимдар эше тип кенә ҡарамағыҙ, хәҙер ул материалдар баҫылған китаптар күп, шул хаҡта мәғлүмәт бирә йөрөгөҙ. Был компания ваҡытында беҙ күпмегә артыуыбыҙҙы ғына түгел, ә Рәсәй Федерацияһы составында үҙ республикабыҙҙҙың дәүләтселек идеяһын нығытыу мөмкинлеген дә күҙҙә тоторға тейешбеҙ.

Шулай итеп, башҡорттоң  ҙур көсө – уның тәрән тамырҙарында. Әгәр ҙә беҙ боронғолоғобоҙҙа ниндәй көс ятҡанын,  “башҡорт феномены” мөғжизәһенең серен аңлаһаҡ, шуны ҡайтара алһаҡ, XXI быуат башындағы дәүергә лә үҙебеҙҙе әҙерләй алыр инек. Беҙ хәҙер тағы ла яңырыу кисерергә тейешбеҙ. Бөгөн Башҡортостан Республикаһы бар икән, ул башҡорт халҡы булған өсөн генә бар.  Аллаһы Тәғәлә беҙгә еребеҙҙе һаҡларға, халҡыбыҙҙы һаҡларға бурыс йөкмәткән, беҙҙең өҫтән әле лә был яуаплылыҡ төшмәгән. Шуның өсөн дә Башҡортостаныбыҙҙың һәм кешелектең яҡты киләсәге хаҡында һөйләшер өсөн ошо ҡорға йыйылдыҡ. Халҡыбыҙҙың тарихи үҙаңын тергеҙеү, уның милли үҙбилдәләнешкә хоҡуғының тейелгеһеҙ булыуын аңлатыу, ошо нигеҙҙә милләтте уның үтәлешен федераль властарҙан талап итә алыу кимәленә еткереү ҡоролтай эшмәкәрлегенең төп һөҙөмтәһе булыр тип ышанғы килә.  Өсөнсө Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы күтәреп сыҡҡан проблемаларҙы халҡыбыҙ Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәте, Хөкүмәт  һәм республика парламенты менән берлектә хәл итеү юлдарын табыр, киләсәктә башҡа халыҡтар менән тиң хоҡуҡлы, ирекле һәм үҙ аллы милләт булараҡ йәшәүен дауам итер, тип ышанабыҙ!”