Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 66.67 ↑

24 июнь, Шәмбе

Уфа   °

Республикаға «ҡырағай» полиовирусты индермәҫ өсөн саралар күрелә

Йәмғиәт

Тажикстан Республикаһында полиомиелит буйынса эпидемиологик хәл көсөргәнешле булып ҡала. 1 июнгә ҡарата был Урта Азия республикаһында инфекция йоҡтороуҙың 539 осрағы теркәлгән, шул иҫәптән 13-ө үлем менән тамамланған.

“Өфө” халыҡ-ара аэропортында «ҡырағай» полиомиелит вирусын индермәү маҡсатында һәм Рәсәй Федерацияһының полиомиелиттан таҙа территория статусын һаҡлау өсөн барыһы ла эшләнә.

Ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителгәндән алып “Өфө” халыҡ-ара аэропортында РФ дәүләт сиге аша үтеү пунктында идаралыҡтың санитар-карантин пункты белгестәре менән Тажикстандан килгән 10 рейс тикшерелгән. Рәсәй ҡулланыусылар күҙәтеүенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы мәғлүмәте буйынса, 1332 кеше тикшерелгән, улар иҫәбендә — экипаж ағзалары һәм пассажирҙар. Температураһы булған ауырыуҙарҙы асыҡлау өсөн контактһыҙ термометр ҡулланылған. Сирлеләр теркәлмәгән.

Өфөнөң медицина хеҙмәте һәм санитар-карантин пункты белгестәре көсө менән Тажикстандан килгән балаларға полиомиелиттан иммунизация үткәрелгән.

Авиарейс экипажы ағзалары инфекцияны профилактикалау буйынса инструктаж үткән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть