6 декабрь, Шишәмбе

11 июнь 2010 йыл, 17:06

III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаттары милли матбуғат проблемаларын тикшерҙе

автор: Алик Шакиров, Айгөл Шәрәфетдинова | фото: Олег Яровиков

"Яңы тарихи шарттарҙа милли матбуғат: үҫеше һәм перспективалары" – бөгөн III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сиктәрендә “Башинформ” агентлығының конференц-холында үткән секция шулай аталды. Ултырышты "Тамаша" журналының баш мөхәррире Фәнил Ҡоҙаҡаев алып барҙы. Милли матбуғат мәсьәләләре буйынса фекер алышыуҙа Башҡортостан Республикаһы Президенты хакимиәтенең граждандар мөрәжәғәттәре буйынса эшләү бүлеге мөдире Ниязбай Сәлимов, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡ начальнигы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Венера Хәкимова, башҡорт телендә нәшер ителгән республика, район гәзит-журналдарының, радио һәм телевидениеның баш мөхәррирҙәре, Матбуғат идаралығының яуаплы хеҙмәткәрҙәре, журналистика ветерандары, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнашты.  

Секция ултырышында ҡатнашыусылар алдында сығыш яһап, Ниязбай Сәлимов тикшереүгә сығарылған теманың көнүҙәклеген һәм мөһимлеген билдәләне. Уның фекеренсә, башҡорт милләтенең киләсәге, туған теленең, мәҙәниәтенең, йолаларының һаҡланыуы ла башҡорт телендәге киң мәғлүмәт сараларының нисек үҫешеүенән тора. Уның әйтеүенсә, үткә быуаттың 90-сы йылдарында ни бары һигеҙ гәзит һәм журнал башҡорт телендә нәшер ителгән, район гәзиттәрен туған телдә дубляж вариантында ғына уҡырға мөмкин булған. Милли матбуғат үҫешенә үҙгәртеп ҡороу йылдарында халыҡтың үҙаңының үҫеше, рухи күтәрелеше ҙур роль уйнаған. Беренсе һәм Икенсе Башҡорттар ҡоролтайы ҡарарҙары яңы матбуғат баҫмаларын асыуға һәм камиллашыуға булышлыҡ иткән һәм республикала дубляж варианттағы гәзиттәр урынына башҡорт телендәге үҙ аллы гәзиттәр сыға башлаған. Әммә хәҙерге иҡтисади көрсөк шарттарында бихисап башҡорт баҫмаларының тиражы һиҙелерлек кәмене. Матбуғат идаралығы, гәзит мөхәрририәттәре үҙҙәре лә тиражды һаҡлап алып ҡалыу өсөн күп нәмә эшләй. Гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы барышында һәр төрлө декадалар – милли матбуғат, йәштәр һәм балалар матбуғаты аҙналығы, гәзит-журналдарға яҙылыусы көнө үткәрелә. Альтернатив яҙылыу менән ныҡышмалы шөғөлләнергә, яҙылыуҙың традицион булмаған алымдарын эҙләргә, һәр төрлө конкурстар, приздар уйнатыу ойошторорға кәрәк. Бер һүҙ менә әйткәндә, әүҙем, ныҡышмал булырға, киләсәккә ҡарап эшләргә, нисек һәм ҡайҙа булыуығыҙға ҡарамаҫтан – бар ерҙә лә мөмкин тиклем әүҙемерәк баҫмаларҙы рекламаларға, уларҙы тәрән мәғәнә менән байытырға, уҡыусылар өсөн ҡыҙыҡлы итергә тырышырға кәрәк. Халыҡ ҡыҙыҡһыныуын шулай ғына яуларға мөмкин.

Үҙ сиратында Венера Хәкимова бөгөнгө дөйөм милли матбуғат баҫмалары проблемалары буйынса үткәрелгән социаль һорау алыу һөҙөмтәләренә туҡталды.  Был мониторингҡа ярашлы, төбәктә башҡорт телендә нәшер ителгән баҫмалар ярайһы йылдам үҫешә, әммә халыҡ араһында, үкенескә күрә, милли матбуғатҡа ҡыҙыҡһыныу күҙәтелмәй. Шулай булһа ла, Венера Миҙхәт ҡыҙы әйтеүенсә, электрон киң мәғлүмәт сараларының, телевидение, интернеттың әүҙем үҫешеүе һәм баҫымына ҡарамаҫтан, баҫма матбуғат милли үҙаңға йоғонтоһо яһай ала. Уның әйтеүенсә, йәнә башҡорт телендәге бөтә Рәсәй күләмендәге баҫма ла кәрәк.  

"Киске Өфө" гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева үҙ сығышын гәзит хеҙмәткәрҙәренең тәрбиәүи һүҙенә, һәр милли баҫманың үҙ концепцияһын булдырыуға арнаны.

– Төрлө баҫмалар бар Рәсәйҙә, күбеһе мәғлүмәт биреү   менән генә шөғөлләнә, – тип билдәләне Гөлфиә Янбаева. – Ә бына беҙ, башҡорт телендәге баҫмалар журналистары,  барыбер ҙә икенсерәк  маҡсаттарҙы күҙ уңында тотоп эшләйбеҙ, эшләргә тейешбеҙ. Әлбиттә, беҙҙең баҫмаларҙың һүҙ күтәреп һөйләрлек асыҡ ҡына концепцияһы ла булманы. Күп осраҡта улар рус телендәге баҫмаларҙың күсермәһе булараҡ йәшәне. Әммә һуңғы егерме йыл эсендә, моғайын да, ул концепция төҫмөрләнгәндер, тим. “Йәшлек” гәзите менән асылғандыр ул милли концепция. Сөнки ул беҙҙең милли матбуғат майҙанына шул тиклем ярһыу бер ташҡын булып килеп инде, халҡыбыҙҙың рухын күтәреүгә ҙур өлөш индерҙе. Ул саҡта, әлбиттә, беҙҙең төп баҫмабыҙ булған “Башҡортостан” гәзитенең дә йөкмәткеһе һәм йүнәлеше үҙгәрҙе, ул үҙенең рус һәм татар телле иштәренән ҡырҡа айырылды. Шулай итеп, беҙ милли матбуғат баҫмаларының төп концепцияһын шулай төҫмөрләнек:  улар — рухи даирәне киңәйтеү, милләттәште сәмләндереү, ғәмләндереү, тәрбиәләү, тарихы, тамырҙары, үҙенең кемлеге хаҡында уйландырыу сараһы, объектив һәм глобаль ҡараштар, альтернатив фекер, зыялылар тәжрибәһе трибунаһы.

Гөлфиә Янбаева беҙҙең башҡорт баҫмаларында ла, рус телле баҫмаларҙа ла етди аналитика юҡ, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.

— Һәр өлкәлә, һәр тармаҡта беҙ башҡорттарҙың рухын уятырлыҡ темалар эҙләргә тейешбеҙ, — тип иҫәпләй "Киске Өфө" гәзите мөхәррире.

– “Һүҙ” тигән шундай ҡеүәтле ҡорал менән эш итәбеҙ. Ғөмүмән, бөгөн ошондай һүҙ “ҡоралы” тантана иткән заман. Уны  донъя кимәлендәге сәйәсәттә лә, депутаттар, президенттар һайлауҙарында ла ҡулланалар.  Тимәк, ошо “ҡорал”ды беҙ бөгөн халҡыбыҙҙың аңын уятыу, рухын күтәреү, иманлы итеү, уларҙы үҙ яҙмышын үҙ ҡулына алдырыу, ерҙә лайыҡлы көн итергә ынтылыш тыуҙырыу, меңәрләгән һорауына яуап биреү өсөн файҙаланырға тейешбеҙ, – тине һүҙен йомғаҡлап Гөлфиә Янбаева.

"Шоңҡар" журналы мөхәррире Азамат Юлдашбаевтың башҡорт телендәге киң мәғлүмәт сараларына арналған сығышы бик ҡыҙыҡлы һәм хисле булды. Ул, атап әйткәндә, былай тине:

— Америка яҙыусыһы Джером Лоуренстың әйткәне бар: “Журналистиканың бурысы – үтә ҡуҙғығандарҙы тынысландырыу һәм үтә тыныстарҙы ҡуҙғытыу”. Егерме беренсе быуат башы журналистикаһына бик тә тап килеп торған һүҙҙәр был. Бигерәк тә башҡорт милли журналистикаһына. Сөнки яңы мең йыллыҡта баҫма матбуғаттың, телевидение, радио һәм Интернеттың йәмғиәттәге роле, милләтте берләштереүҙәге, халыҡты туплауҙағы бурысы  айырыуса юғары. Һәм был оло миссия тәү сиратта шул мәғлүмәт сараларында эшләүсе журналистарҙың профессиональ кимәленә бәйле.

Көн талаптарына яуап бирерлек, замандың социаль заказын үтәй алырлыҡ, замандаштарыбыҙҙың талапсан зауығын, сәйәси, ижтимағи ихтыяжын ҡәнәғәтләндерерлек үткер ҡәләмле, тос фекерле, йор һүҙле, осҡор күҙле журналистарыбыҙ бармы?  

Һан йәһәтенән – бар. Был – бәхәсһеҙ. Ә был кадрҙар көн талаптарына яуап бирәме?

Сер түгел — һуңғы йылдарҙа милли баҫмаларҙың тираждары кәмей бара. Сәбәптәрҙең береһе –журналистарҙың профессиональ әҙерлеге. Бөгөн мәғлүмәт баҙары шул тиклем бай, бер үк яңылыҡты һәр тарафтан ишетергә, күрергә, уҡырға мөмкин. Шуға күрә әле төп принциптарҙың береһе: нимә яҙыуың ғына түгел, нисек яҙыуың да мөһим. Йәғни, авторҙың яҙыу һәләтенән башҡа фекерләү ҡеүәһе, уйлау даирәһе, уның интеллектуаль кимәле, стиль үҙенсәлеге талап ителә. Йыл һайын башҡорт журналистикаһы факультетын егерме биш-утыҙ студент тамамлай.  Тик, үкенескә күрә, бөгөн редакцияларға эшкә килгән йәш белгестәрҙең күбеһе тик бирелгән темаға инша яҙырға ғына һәләтле.

Йәнә бер күренеште билдәләргә кәрәк: биш йыл дауамында журналистика нескәлегенә төшөнгән студент районға ҡайтырға ашыҡмай. Ошо фонда яҡын арала билдәле кадрҙар мәсьәләһе тыуыуы ла мөмкин.  

Азамат Юлдашбаев, Гөлфиә Янбаева кеүек үк, һуңғы йылдарҙа аналитик журналистиканың, публицистиканың юғалып барыуын әсенеп билдәләне. Уның әйтеүенсә, әүҙем, яугир публицистика заманы үтте, тип ирәүәнлеккә бирелеп китергә ярамай.

Әлбиттә, Башҡортостан Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡ профессиональ әҙерлек проблемаһын күрмәй ҙә, белмәй ҙә тип әйтеп булмай. Төрлө йүнәлешле, төрлө маҡсатлы уҡыуҙар, курстар, семинарҙар үткәрелеп тора. Мәҫәлән, былтыр ғына бик йөкмәткеле, фәһемле һәм көнүҙәк мәсьәләләрҙе күтәргән ике сара-һабаҡтар булған. Тик бында системалы эш кәрәк. Ә бындай эш мәктәптәрҙә профориентацион эштән, юғары уҡыу йорттарындағы заманса маҡсатлы уҡытыуҙан башланырға тейеш. Был йәһәттән уйланырға урын бар.  

Интернет журналистика юҡ тинем, ә ул булһын өсөн, тәү сиратта, телде лә, компьютер технологияларын да, журналистика үҙенсәлектәрен дә белгән веб-мастерҙар, веб-администраторҙар кәрәк. Ә улар юҡ. Бөгөнгө милли Интернет ресурстарҙы булдырыусы, хеҙмәтләндереүсе белгестәр барыһы ла үҙ аллы өйрәнгән һәүәҫкәр-энтузиастар. Бәлки, берәй уҡыу йорто базаһында, йә шул уҡ БДУ-ның журналистика факультетында бөгөнгө редакцияларҙың ихтыяждарын иҫәпкә алып, журналистиканы, Интернетты

Ул башҡорт интернет журналистикаһын үҫтерергә саҡырҙы, ә бының өсөн, тәү сиратта, телде лә, компьютер технологияларын да, журналистика үҙенсәлектәрен дә белгән веб-мастерҙар, веб-администраторҙар кәрәк. Ә улар юҡ. Бөгөнгө милли Интернет ресурстарҙы булдырыусы, хеҙмәтләндереүсе белгестәр барыһы ла үҙ аллы өйрәнгән һәүәҫкәр-энтузиастар. Бәлки, берәй уҡыу йорто базаһында, йә шул уҡ БДУ-ның журналистика факультетында бөгөнгө редакцияларҙың ихтыяждарын иҫәпкә алып, журналистиканы, Интернетты, журналистиканы өйрәнеүсе 15-20 кешенән торған төркөм төҙөргә кәрәктер. Киләсәктә барыбер интернетһыҙ йәшәй алмаясаҡбыҙ, тип һығымта яһаны Азамат Юлдашбаев.

"Рәсәй төбәктәрендәге башҡорт телендә сыҡҡан баҫмалар беҙҙең ярҙамға мохтаж", –"Йәшлек" гәзитенең баш мөхәррире Артур Дәүләтбәков докладының асылын ошо һүҙҙәр тәшкил итте. Ул милли баҫмаларҙың милләтте туплауҙағы роленең баһалап бөткөһөҙ булыуын, әммә ниңәлер I, II Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайҙарында милли матбуғат  темаһы айырым секцияла ҡаралмауын билдәләне.

 — Ә был күптән өлгөрөп еткән мәсьәлә һәм бөгөнгө һөйләшеүгә  күтәрелгән проблемалар ҡоролтайҙың резолюцияһына  инер,  күрше өлкәләрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙҙе  сифатлы башҡорт баҫмалары менән тәьмин итеү  мәсьәләһе яҡын арала хәл ителер, — тине Артур Дәүләтбәков.

Уның әйтеүенсә, үҙгәртеп ҡороуға тиклем ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙҙең башҡорт баҫмаларын алдырып уҡыу мәсьәләһе бик ҡырҡыу   торманы. «Башҡортостан», «Ленинсы» гәзиттәрен, «Ағиҙел», «Пионер» журналдарын күрше өлкәләрҙә алдырып уҡыусылар йөҙәрләп түгел, меңәрләп иҫәпләнде. Хатта 1990 йылда айырым сыға башлаған «Йәшлек» гәзитен алдырып уҡыусылар ҙа 2–3 мең тәшкил итте. Тик Рәсәй почтаһы ла үҙгәртелеп ҡоролғас, йәғни үҙҙәренә күберәк аҡса эшләр өсөн матбуғат баҫмаларын таратыу хаҡын ҡайырып ала башлағас, яҙылыусылар һаны ҡырҡа кәмене. Мәҫәлән, «Йәшлек» гәзитенә Силәбе, Һамар, Һарытау, Мурманск, Липецк, Ырымбур өлкәләрендә, Ханты-Манси, Ямал–Ненец Автономиялы Округтарында, Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларында, Красноярск, Пермь крайында, Татарстан, Удмурт Республикаларында алдыралар,  әммә уларҙың һаны  һуңғы йылдарҙа 75-тән  200-гә тиклем генә дана   тәшкил итте. Башҡа баҫмалар менән  дә  шул уҡ хәл.

Хәҙерге ваҡытта Рәсәйҙең биш төбәгендә генә үҙҙәренең башҡорт телендә нәшер ителгән гәзиттәре бар. Ырымбур өлкәһендә – «Каруанһарай» (мөхәррире – Салауат Ғайса улы Аҡдәүләтов), Пермь крайында – «Пермь башҡорттары» (мөхәррире Вил Тимерғәле улы Мөхәмәтйәнов, Фәйрүзә Фаяз ҡыҙы Йоносова), Һамар өлкәһендә – «Ырғыҙ» (мөхәррире – Сәлимә Басир ҡыҙы Игенбәтова-Краснова), Силәбе өлкәһендә – «Уралым» (мөхәррире – Флүзә Фәтҡулла ҡыҙы Ғайсина), Ҡурған өлкәһендә – «Замандаш» (мөхәррире – Игорь Александрович Быков). Ә бер  нисә йыл элек кенә башҡорт баҫмаларының һаны 14-кә барып етә ине. Тағы ла  «Челябинский рабочий» гәзитенең «Башҡорт» полосаһын билдәләп үтер инем. Был  бит айына ике тапҡыр сығып килде лә,  тағы туҡтап ҡалды.

Урындағы  баҫмалар бер нисә кешенең инициативаһы һөҙөмтәһендә генә донъя күреп килә. Мәҫәлән, Ырымбур өлкәһенең «Каруанһарай»  гәзите  мөхәррире Салауат Аҡдәүләтов гәзиттең тәүге  һандарын Башҡортостанда, Ғафури районының «Табын»  гәзите редакцияһында  баҫтыра.

Һуңғы йылдарҙа БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия  эштәре буйынса идаралыҡ күрше өлкәләргә күп кенә ярҙам итте. Ҡулдан килгәнсә ҡағыҙҙан алып компьютер техникаһы, диктофондар, фотоаппараттар,  лицензиялы башҡортса шрифттар бирҙе. Шулай уҡ һәр гәзит идаралыҡ ҡарамағында республика, район баҫмаларына беркетелгән.

«Йәшлек», «Йәншишмә», «Аманат», «Башҡортостан уҡытыусыһы», «Башҡортостан ҡыҙы», «Ватандаш», Асҡын районының «Надежда»  баҫмаларының мөхәррирҙәре күрше төбәктәргә командировкаларға  сығып,  «түңәрәк  өҫтәл»дәр үткәреп,  редакцияларҙың эшмәкәрлеге менән танышып, уларға  методик яҡтан ярҙам  күрһәтеп ҡайтты.

Артур Дәүләтбәков "Йәшлек" гәзитенең Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты менән берлектәге эшмәкәрлеген айырым билдәләп үтте. Әле  тәүге ҡоролтай үтмәҫ борон гәзиттең ул ваҡыттағы баш мөхәррире Нияз Сәлимов журналистарҙы ай һайын тиерлек башҡорттар йәшәгән төбәктәргә командировкаларға йөрөтә торғайны.

Гәзит эсендә  «Ҡоролтай» гәзитендә Башҡарма комитеттың эшмәкәрлеге, күрше өлкәләрҙә йәшәүсе башҡорттарҙың хәле, көнитмеше сағылды. 2008 йылда «Йәшлек»тә ҡыуаныслы ваҡиға булды –  башҡорт матбуғаты  тарихында тәүге тапҡыр Силәбе өлкәһе буйынса хәбәрсе пункты асылды.

— Беҙ бының менән генә туҡталып ҡалырға йыйынмайбыҙ, — тине "Йәшлек" йәштәр гәзитенең баш мөхәррире. — Алдан әйткәнемсә, күрше өлкәләрҙә башҡорт баҫмалары насар таратыла. Сәбәптәре төрлө: гәзит һуңлап килә, өҫтәүенә, күрше төбәк булғанға күрә, яҙылыу хаҡы ла 50-80 һумға ҡиммәтерәк килеп сыға.  Ошоларҙы иҫәпкә алып, Силәбе өлкәһендә йәшәүсе 166 мең 372 башҡортто сифатлы баҫма менән тәьмин итеү маҡсатында «Йәшлек-Силәбе»  гәзитен  ойошторорға тәҡдим итәбеҙ. Йәғни 3–4  хәбәрсе Силәбе өлкәһенән материалдар туплап, Өфөгә ебәрә, ә «Йәшлек» гәзитенең 16 битлек аҙналыҡ сығарлышының 4 битен Өфөлә редакцияла версткалап, Силәбе типографияһында баҫтырғанда, гәзиттең үҙҡиммәте лә кәмер, Силәбе башҡорттары сифатлы башҡорт баҫмаһын  алып һөйөнөр ине.

Артабан ошондай уҡ  алым менән башҡорттар күп йәшәгән  башҡа өлкәләргә лә гәзит сығарыу мөмкинлеген ҡарарға кәрәк.

Асҡын районының "Надежда" гәзите мөхәррире Фәйрүзә Йоносова үҙенең сығышында һәр райондың башҡорт телендәге үҙенең гәзите булырға тейешлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Асҡын районында "Надежда" гәзите 2002 йылдан алып башҡорт телендә нәшер ителә, һәм ошо арала тап ошо гәзит арҡаһында район кешеләренең күбеһе үҙен ысын башҡорт итеп тойған, тыуған яғының тарихын, тамырҙарын асыҡлаған.

Филология фәндәре докторы, профессор, “Ағиҙел” журналының бүлек мөдире Фәнил Күзбәков үҙенең докладында башҡорт телендә нәшер ителгән баҫмаларға тулы анализ яһаны. Ул ҡаты тәнҡит менән сығыш яһаны.  Фәнил Күзбәков, атап әйткәндә, республикала башҡорт телендәге киң мәғлүмәт саралары үҫеше буйынса милли программа әҙерләү, шулай уҡ Республика милли матбуғат проблемаларын өйрәнеү буйынса бойондороҡһоҙ үҙәк, альтернатив ваҡытлы баҫма (радио, телевидение каналы) ойоштороу кәрәклеген билдәләне.

"Китап" нәшриәте директоры Зөфәр Тимербулатов сығышында башҡорт китабын һатыуға сығарыу, уны киң ҡатлам уҡыусыға алып барып еткереү – бөгөн көнүҙәк мәсьәлә булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Уның фекеренсә, был эштә дәүләт системаһы кәрәк. Урындарҙа иһә был мәсьәләне хәл итеү Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының төбәк бүлексәләренең әүҙемлегенә лә бәйләнгән.

Секцияла ҡатнашыусылар шулай уҡ "Башҡортостан" Дәүләт телерадиокомпанияһының мәктәп-студияһы директоры Шәүрә Ғилманованың ("Яңы тарихи шарттарҙа милли телевидение һәм радио: үҫеш перспективалары"),  Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡ начальнигы урынбаҫары Артур Иҙелбаевтың ("Милли матбуғатта яңы мәғлүмәт технологиялары") һәм башҡаларҙың докладтарын ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңланы.

Һөҙөмтәлә, докладта һәм фекер алышыуҙа яңғыраған тәҡдимдәрҙе индереп, резолюция ҡабул ителде.