9 декабрь, Йома

11 июнь 2010 йыл, 16:42

Александр Никерин: Башҡортостандың киләсәге йәштәрҙең тормош позицияһына һәм белеменә бәйләнгән

автор: Эльмира Сабирова | фото: Андрей Старостин

— Беренсе башҡорт йәштәре ҡоролтайының төп бурыстарының береһе – йәштәргә үҙҙәренең, тотош башҡорт этносының, шулай уҡ Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең артабанғы үҫеше уның тормош позицияһына һәм ҡарарҙар ҡабул итеү һәләтлелегенә, үҙ интеллектуаль потенциалын күтәрергә ынтылышына бәйләнгән, — тине съезда сығыш яһап БР йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министры Александр Никерин. — Тап йәштәр республикабыҙҙың социаль-иҡтисади, шулай уҡ рухи-әхлаҡи үҫешендә төп көстәрҙең береһе булып тора.  

Йәштәр ведомствоһы етәксеһе иҫәпләүенсә, ҡоролтай делегаттары үҙҙәрен борсоған мәсьәләләрҙе тикшереү генә түгел, уларҙы хәл итеүҙең тәғәйен юлдарын тәҡдим итергә тейеш.

— Беҙ донъя киңлегендә башҡорт йәштәренең позицияһын билдәләргә тейешбеҙ, — тине Александр Никерин. — III мең йыллыҡ башҡорттарының йәш вәкиле кем һуң ул? Беҙ данлыҡлы ата-олатайҙарыбыҙ менән ғорурланабыҙ, уларҙың эшмәкәрлектәре, ҡаҙаныштары алдында баш эйәбеҙ. Беҙ Салауат Юлаев, Әхмәт-Зәки Вәлиди, Мифтахетдин Аҡмулла, Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев кеүек башҡорт халҡының данлы улдарының идеяларын лайыҡлы дауам иттереүселәр булырға тейешбеҙ.

Александр Никерин шулай уҡ Исламда сағылған ғаилә ҡиммәттәре һәм рухи-әхлаҡи ҡиммәттәр тураһында ла онотмаҫҡа кәрәклегенә иғтибар йүнәлтте. Уның фекеренсә, тап улар йәштәрҙең рухи-әхлаҡи үҫешенең идеологик нигеҙе булып торорға тейеш.