3 декабрь, Шәмбе

11 июнь 2010 йыл, 14:44

«Интернет-Өфө 2010» конкурсына йомғаҡ яһала

автор: "Башинформ"

Бөгөн Өфөнөң Ҡала мәҙәниәт һарайында «Интернет-Өфө 2010» конкурсының еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үткәрелә.

Конкурс һигеҙенсегә үтте, һәм быйыл ҡатнашыусылар иҫәбе буйынса үҙенә күрә  рекорд ҡуйылды. Бер айҙан әҙ генә күберәк ваҡыт эсендә һигеҙ төп номинацияла 300 заявка тапшырылған. Конкурс үткәрелеп килгән бар йылдарҙағы ҡатнашыусыларҙың был өстән бер өлөшө. Һәм был өҫтәмә категорияларҙы һәм иң күләмле «Халыҡ тауыш биреүе» номинацияһын иҫәпкә алмағанда.

— Ҙур үҙгәрештәр күҙгә күренеп тора. Ете йыл эсендә «Интернет-Өфө»гә  меңләгән ҡатнашыусы заявка биргән, — тип билдәләй «Интернет-Өфө 2010» конкурсының ойоштороу комитеты рәйесе, ҡала хакимиәте башлығы Павел Качкаев. — Бөгөн ҡала веб-ресурстары донъя селтәрендә Рәсәйҙең иң эре эш, фән һәм мәҙәни үҙәге булараҡ Өфөнөң ыңғай имиджын һәм ыңғай йәмәғәтселек фекерен формалаштырыуға үҙ өлөшөн индерә.  

«Интернет-Өфө 2010» конкурсында тиҙ арала халыҡҡа еткереүҙе, эстәлегенең байлығы, мәғлүмәтлекте, аңлайышлы булыуҙы эшенең төп критерийы итеп алған иң яҡшы, иң лайыҡлы сайттар асыҡланды. Конкурсты ойоштороусыларҙың еңел ҡулы менән бындай интернет-ярыштар Башҡортостан һәм Ырымбурҙың ете ҡалаһында үткәрелә башланы, 2010 йылдың дебютанты – Салауат.