5 декабрь, Дүшәмбе

11 июнь 2010 йыл, 14:40

Нияз Мәжитов: Беҙ Рәсәй составында иҡтисади бойондороҡһоҙ республика булырға теләйбеҙ

автор: Евгений Рәхимҡолов

— Беҙ тулы суверенитетҡа дәғүә итмәйбеҙ, беҙ Рәсәй Федерацияһы составында иҡтисади бойондороҡһоҙ республика ғына булырға теләйбеҙ, — тине бөгөн БР Фәндәр академияһының вице-президенты, тарих фәндәре докторы Нияз Мәжитов, Өсөнсө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының «Хәҙерге шарттарҙа башҡорт халҡының үҫеш нигеҙе булараҡ, тарихи һәм рухи мираҫ» секцияһы эше барышында Башҡортостан суверенитеты тураһында үҙ фекерен белдереп.

Секция ултырышында ҡатнашыусылар иғтибарына тәҡдим ителгән төп тема ентекле өйрәнеүҙе талап иткән киң мәсьәләләр спектрын индерә. Уларҙың күбеһе III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына әҙерлек барышында бер нисә тапҡыр тикшерелде лә инде.

Бөгөн секция ултырышы эшендә күренекле ғалимдар һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре лә ҡатнаша. Улар иҫәбендә Башҡортостан Республикаһы мосолмандарының Диниә назараты рәйесе, мөфтөй Нурмөхәмәт Ниғмәтуллин, БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Архив эштәре буйынса идаралыҡ начальнигы Әхмәт Хисмәтуллин, Башҡорт дәүләт университеты профессоры Ғиният Ҡунафин, Әхмәт-Зәки Вәлидиҙең улы, Билькент университеты профессоры Сүбидәй Туған һәм башҡалар – дөйөм алғанда 130-лап кеше.

— Халҡыбыҙ сифат яғынан яңы үҫеш кимәленә күтәрелә, — тине Нияз Мәжитов. — Беҙ үҙ тарихыбыҙҙы, мәҙәниәтебеҙҙе тергеҙеү өсөн сығыш яһайбыҙ, башҡорт халҡының ихтыярын асыҡ сағылдырабыҙ. Һуңғы ваҡытта беҙҙе дәүләт власы федераль органдарының айырым вәкилдәре илдең төп халыҡтарының тарихын һәм мәҙәниәтен юҡ итеүгә, уларҙың милли байлығын тарҡатыуға килтерерлек аҙымдар яһауы борсой. Мәҫәлән, билдәле бер әҙәмдәр яғынан мәғрифәтселәребеҙҙең, атап әйткәндә, хеҙмәттәре һәм идеялары ватан федерализмы нигеҙенә һалынған Әхмәт-Зәки Вәлиди исеменә ҡара яғырға маташыуҙар бик хәүефле булып тойола.

Нияз Мәжитов һүҙҙәренә ҡарағанда, съезда ҡатнашыусыларҙы мәғариф системаһында төбәк компонентын ҡыҫырыҡлауҙары бик борсой.

— Әгәр бөтә төбәктәрҙә Рәсәй балаларына белем биреү, «Урал-Батыр» кеүек эпостарҙың әһәмиәтен, Мифтахетдин Аҡмулла, Шәйехзада Бабич кеүек мәғрифәтселәрҙең ижадын һанға һуҡмайынса, рус әҙәбиәте, тарихы һәм мәҙәниәте менән генә сикләнһә, ватан мәғариф системаһы бик күпте юғалтасаҡ. Һәм бынан тотош Рәсәй тарихы отоласаҡ.