Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.18 ↓

EUR 63.22 ↑

19 ғинуар, Кесе йома

Уфа   °

Рус телен үҫтереүгә Рәсәйҙә аҡса аҙыраҡ талап ителгән

Иҡтисад

"Рус теле (2006 — 2010 йылдар)" федераль маҡсатлы программаһын финанслау күләме ҡыҫҡартылған. Был Программаны раҫлаған РФ Хөкүмәтенең 2005 йылдың 29 декабрендәге 833-сө ҡарарына үҙгәрештәр индерелгән.

Атап әйткәндә, Программаны финанслауҙың кәрәкле күләме 1 миллиард 402 миллион 359 мең һум тип билдәләнгән. Тәүҙә был сумма 106 миллион һумға күберәк ине. "Рус теле (2006 — 2010 йылдар)" федераль маҡсатлы программаһының финанслау сығанаҡтары бер нисәү, шул иҫәптән: федераль бюджет средстволары иҫәбенән – 1 миллиард 210 миллион һум, РФ субъекттары бюджеты средстволарынан – 155 ярым миллион һум, бюджеттан тыш сығанаҡтарҙан –37 миллион һумдан аҙ ғына кәмерәк. Тейешле үҙгәрештәр Программаның бүлектәренә һәм ҡушымталарына ла индерелгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть