3 декабрь, Шәмбе

11 июнь 2010 йыл, 13:52

Өсөнсө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы: икенсе көн

автор: Юлай Мәғсүмов, Әлфиә Әһлиуллина

Өфөлә Өсөнсө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үҙ эшен дауам итә. Бөгөн көндөң тәүге яртыһында уның делегаттары халыҡ-ара форумдың 11 секцияһында эшләне. Унда ҡатнашыусылар Рәсәйҙә хәҙерге федерализм торошо, милли мәғариф перспективалары, башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү, республика халҡының һаулығы, Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға әҙерлек, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү мәсьәләләре кеүек мөһим проблемаларҙы тикшерәләр. Шулай уҡ секция ултырыштарында ҡатнашыусылар яңы иҡтисади шарттарҙа ер менән файҙаланыу һәм милли матбуғат мәсьәләләрен, хәҙерге донъяла тарихи һәм рухи мираҫ проблемаларын тикшереүҙе лә күҙ уңында тота.

Көндөң икенсе яртыһында Нефтселәр мәҙәниәт һарайында пленар ултырыш үтәсәк. Ә иртәгә, 12 июндә,  Ишембай ере «Салауат йыйыны–2010» республика фольклор байрамын ҡабул итәсәк. Өсөнсө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаттары ҡатнашлығында байрам тантаналары тарихи урында – Торатау итәгендә үтәсәк. Борон-борондан башҡорт ырыуҙары бында үҙ йыйындарын үткәреп, ырыуға ҡағылышлы мөһим мәсьәләләрҙе хәл иткән, хәрби башлыҡтарҙы һайлаған, батырҙар өсөн ярыштар ойошторған.

«Салауат йыйыны» байрамы программаһына һәр ваҡыттағыса «Сая ҡыҙҙар», «Салауат йыйыны батыры» кеүек ярыштар, йәштәр араһында «Салауатты данлап!» патриотик йырҙар конкурсы, «Иң яҡшы башҡорт тирмәһе» конкурсы инә. Шулай уҡ «Уралымда бөгөн Ҡоролтай» театрлаштырылған тамашаһы, үҙешмәкәр коллективтар һәм башҡарыусылар концерты, халыҡ уйындары, ат сабыштырыуҙар, күргәҙмәләр һәм башҡалар.

Бынан тыш, байрам сиктәрендә «Ырыуҙар ташы» мемориаль комплексын төҙөү урынында тәүге ташты һалыу тантанаһы үткәреләсәк.