8 декабрь, Кесе йома

11 июнь 2010 йыл, 13:25

Өфөлә Республика онкология диспансерының хирургия корпусы асылды

автор: Сергей Захаров | фото: Олег Яровиков

Бөгөн Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев һәм БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев Республика онкология диспансерының хирургия корпусын асыу тантанаһында ҡатнашты.  

Дауалау учреждениеһының медицина персоналы алдында сығыш яһап, Премьер төбәк өсөн был объект әһәмиәтенең баһалап бөткөһөҙ булыуын билдәләне. Уның төҙөлөшө республика һаулыҡ һаҡлау системаһында йылдан-йыл онкология хеҙмәтен көсәйтеүгә ихтыяж артыуы менән билдәләнә.

Корпус төҙөлөшө 2007 йылда башланған. Донъя финанс көрсөгөнә ҡарамаҫтан, ул бер минутҡа ла туҡтатылмаған һәм республика башлығының шәхси контроле аҫтында алып барылған.

Дөйөм майҙаны туғыҙ мең квадрат метрлыҡ алты ҡатлы бинала хирургия блогы, реанимация бүлексәһе, рентгенология, эндоскопия һәм  стерилизация бүлектәре, лабораториялар урынлаштырылған. Корпус башҡа биналар менән ер өҫтө үткәүелдәре аша тоташтырылған.

Объектта бер миллиард алтмыш миллион һум үҙләштерелгән. Шуларҙан 630 миллион һумына заманса медицина ҡорамалдары ҡайтарылған, улар арҡаһында табиптарҙың онкологик сирҙәрҙе диагностикалау һәм дауалауҙа мөмкинлектәре артты. Ҡорамалдар урынлаштырылған һәм тәғәйенләнеше буйынса файҙаланыла.

Президентҡа яңы корпуста ауырыуҙар һәм табиптар өсөн ниндәй шарттар тыуҙырылыуын күрһәттеләр.

Бер нисә ҡатта тулыһынса стериль шарттар булдырылған. Дауалау кабинеттары уңайлы мебель менән йыһазландырылған, палаталар иң юғары стандарттарға яуап бирә.

Бынан тыш, бындай биналарҙың төҙөлөш технологияһында беренсе тапҡыр махсус йылытыу, елләтеү һәм кондиционер системалар ҡулланылған.

Республика башлығына хәҙер бында көн һайын — 50-ләп,  дөйөм алғанда бер йыл эсендә ете мең ярымға тиклем ҡатмарлы операциялар үткәреләсәк, тип хәбәр иттеләр.

Белгестәр мәғлүмәте буйынса, Башҡортостанда онкология ауырыуҙары күрһәткесе Волга буйы федераль округы төбәктәре менән сағыштырғанда тотороҡло түбән булып ҡала. Уҙған йылда яман шеш сирҙәре йөҙ мең кешегә 275,7 осраҡ тәшкил итте.  Әлеге ваҡытта республиканың 70 мең самаһы кешеһе иҫәптә тора.

Белешмә өсөн. Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлау системаһы үҫеше – дәүләт алып барған социаль сәйәсәттең мөһим йүнәлештәренең береһе.

Республикала Һаулыҡ һаҡлау үҫеше концепцияһы ҡабул ителгән, 2020 йылға тиклем ошоға ярашлы комплекслы программа әҙерләнгән, 16 маҡсатлы программа бойомға ашырыла.  

Һуңғы бер йыл эсендә медицина тармағын финанслауға туплама средстволар күләме  25 миллиард һум самаһы тәшкил иткән. Биш йыл эсендә ул ике тапҡырҙан ашыуға артҡан.

Һаулыҡ һаҡлау тармағының, шул иҫәптән республика кимәлендәге дауалау учреждениеларының матди-техник базаһын нығытыуға ҙур иғтибар бирелә.

Һуңғы йылдарҙа ғына төбәктә Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының диагностикалау һәм хирургия корпустары, Республика психиатрия дауаханаһы бинаһы, Республика кардиология диспансерының гемодиализ бүлеге лә булған хирургия корпусы, Республика перинаталь үҙәге төҙөлгән. Тиҙҙән Республика туберкулез диспансеры корпусы төҙөлөшө тамамланасаҡ.