6 декабрь, Шишәмбе

11 июнь 2010 йыл, 12:38

Әхмәт-Зәки Вәлиди башҡорт халҡынан төрөк халҡына һуҡмаҡ һалды

автор: Евгений Рәхимҡолов | фото: Олег Яровиков

Бөтә донъяға билдәле төркиәтсе Әхмәт-Зәки Вәлиди беренселәрҙән булып төрөк еренә башҡорт халҡы тураһында белем килтерҙе. Был турала III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының пленар ултырышында ғалимдың улы, Билькент университеты профессор Сүбидәй Туған хәбәр итте.

— Мин бала саҡта Төркиәлә башҡорттар бармаҡ менән генә һанарлыҡ ине, һәм урындағы халыҡ улар тураһында бер нәмә лә белмәй ине, — тине ул. – Атайым төрөк һәм башҡорт халҡы араһында бәйләнештәрҙе нығыта башлаусы тәүгеләрҙең береһе булды.

Әхмәт-Зәки Вәлиди сәскән милләт-ара дуҫлыҡ орлоҡтары уңышлы тупраҡҡа эләкте. Бөгөн Башҡортостан менән Төркиә араһында тығыҙ мәҙәни һәм иҡтисади мөнәсәбәттәр урынлаштырылған. Улар бигерәк тә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул иткәндән һуң әүҙем үҫешә башланы. Төркиәгә Башҡортостан етәкселеге вәкилдәре сәфәрҙәре әүҙемләште, башҡорт-төрөк дуҫлығының нығыныуына  «ТӨРКСОЙ» Халыҡ-ара ойошмаһының эше лә булышлыҡ итте.

— Көндән-көн Төркиә башҡорттар тураһында күберәк белә бара, — тине Сүбидәй Туған. – Истанбулда һабантуйҙар даими үткәрелә, уларҙа ике халыҡ осраша һәм бер-береһен яҡшыраҡ танып белә. Беҙҙең ил халҡы күптән түгел Истанбул университетында ҡуйылған Мостай Кәримдең “Оҙоҙ-оҙаҡ бала саҡ” пьесаһын ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡабул итте. Ә яңы ғына Истанбулда үткәрелгән Фән һәм мәҙәниәт көндәрендә Башдрамтеатр Нәжиб Асанбаевтың пьесаһы буйынса минең атайым тураһында "Әхмәт-Зәки Вәлиди Туған" спектаклен күрһәтте.

Сүбидәй Туғандың фекеренсә, башҡорт-төрөк мөнәсәбәттәрен нығытыуға "ТӨРКСОЙ"ҙың 2010 йылды Әхмәт-Зәки Вәлиди йылы тип иғлан итеүе лә бик ныҡ булышлыҡ итә. Был Төркиәлә бөйөк төркиәтсенең фәнни мираҫын, шулай уҡ уның мәҙәниәтен өйрәнеүгә яңы этәргес бирҙе.

— Беҙҙә, мәҫәлән, «Башҡорт шәжәрәһе» тигән китап нәшер ителде. Ә 2009 йылдың 21 декабрендә Истанбул  университетында кәңәшмә үткәрелде һәм Әхмәт-Зәки Вәлидиҙең тормошо һәм фәнни эшмәкәрлеге тураһында фильм презентацияланды. Бөтә был сараларҙы төрөк халҡы ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡабул итте. Уларҙан һуң быйыл март айында Истанбулдың Милли китапханаһында Әхмәт-Зәки Вәлидиҙең хәтер кисәһе үткәрелде, унда Башҡортостандан ғалимдар ҙа ҡатнашты.  

Башҡорт һәм төрөк халҡының дуҫлығы нығыныуына, Сүбидәй Туғандың фекеренсә,  2010 йылдың 21 майында ҡул ҡуйылған Истанбул университеты менән Башҡорт дәүләт университеты араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү, шулай уҡ Төркиәлә Әхмәт-Зәки Вәлиди әҫәрҙәренең йыйынтығын сығарырға планлаштырыу ҙа булышлыҡ итәсәк.