5 декабрь, Дүшәмбе

11 июнь 2010 йыл, 11:47

Швейцарҙар Рудольф Нуриевтың исемен бик хөрмәт итә

автор: Евгений Рәхимҡолов | фото: Олег Яровиков

Башҡорт халҡының иң яҡшы вәкилдәренең береһе – Рудольф Нуриевтың исеме бөгөн Швейцарияла бик популяр. Женевала хореографтар һәм балет мәктәбе уҡытыусылары уның алдында баш эйә. Был турала III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы барышында үткәрелгән матбуғат конференцияһында Швейцарияла эшләп килгән «Урал» ватандаштар йәмғиәте етәксеһе Гүзәл Усманова-Гобе хәбәр итте.  

— Беҙҙең ойошма сағыштырмаса күптән түгел барлыҡҡа килде, — тине ул, — һәм беҙ уның ярҙамында Швейцарияла һәм тотош Евросоюзда Башҡортостандың имиджын нығыта аласағыбыҙға бик өмөтләнәбеҙ. Ә бөгөн бындай зарурлыҡ ысынлап та тора. Швейцарияла йәшәгән туғыҙ йыл эсендә мин күп тапҡырҙар был ил халҡының Рәсәй һәм БДБ илдәренең айырым төбәктәре тарихы һәм мәҙәниәте хаҡында яҡшы хәбәрҙар булыуына инандым. Мәҫәлән, швейцарҙарҙа Байкал, Камчатка, Үзбәкстан бик популяр. Ә бына Башҡортостан һәм Урал тураһында улар, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бик аҙ белә. Был хәл тиҙҙән яҡшы яҡҡа үҙгәрер, тип ышанам, етмәһә, бының өсөн кәрәкле тәүшарттар бар. Мәҫәлән, Швейцарияла этник бейеүҙәр бик популяр. Шуға күрә лә Швейцарияла башҡорт ижади коллективтарының сығышы йәки Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры гастролдәрен ойоштороу бик перспективалы булыр ине. Ә Рудольф Нуриевтың исеме бында ыңғай роль ғына уйнаясаҡ.