6 декабрь, Шишәмбе

11 июнь 2010 йыл, 11:09

Андриш Биро: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы – тел һәм мәҙәниәт байрамы ул

автор: Марина Шумилова | фото: Олег Яровиков

Бик матур тел һәм мәҙәниәт байрамы – Өфөлә барған III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына ошондай баһа бирҙе уның ҡунағы – башҡорт-венгр һәм төрки-венгр бәйләнештәрен тикшереү менән шөғөлләнеүсе венгр этнологы Андриш Биро.

— Башҡортостанда мин өсөнсө тапҡыр, ләкин тәүге тапҡыр ошондай күләмле Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡунағымын, — тип билдәләне ғалим Нефтселәр мәҙәниәт һарайындағы брифингта. — Венгрияла Башҡортостанды яҡшы беләләр, сөнки ҡасандыр боронғо мадьярҙар һәм башҡорттар Көньяҡ Уралда бергә йәшәгән. Мең йылдан ашыу йыл элек мадьярҙар Көнбайышҡа, Үҙәк Европаға, юлланған, ләкин улар араһында бик күп оҡшашлыҡтар һаҡланған.

— Беҙҙе боронғо күсмә халыҡтарҙың мәҙәниәте берләштерә, беҙҙең мәҙәниәтебеҙ, телдәр грамматикаһы һәм хатта милли аш-һыуыбыҙ бик яҡын, — тине Андриш Биро. — Хәҙер ҙур венгр ҡоролтайына әҙерлек бара, ул быйыл августа үтәсәк. Беҙ 12 илдән делегациялар, шул иҫәптән Башҡортостандан ҙур делегация ҡунаҡҡа көтәбеҙ. Венг ҡоролтайында беҙ милли йолаларыбыҙҙы күрһәтәсәкбеҙ: 200 тирмә ҡуйыласаҡ, ат сабыштарында 600 ат ҡатнашасаҡ, милли кейемде һәм ҡоралдарҙы реконструкциялау үткәреләсәк. Венгр халҡы фольклоры ҙур музыкаль программа күрһәтәсәк. Беҙ үҙебеҙҙең венгр байрамында Башҡортостандан ҡунаҡтарыбыҙҙы шатланып ҡабул итәсәкбеҙ.