4 декабрь, Йәкшәмбе

11 июнь 2010 йыл, 10:35

Фирҙәүес Хисаметдинова: милләт алға бара

автор: Марина Шумилова | фото: Олег Яровиков

— III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайындағы тәүге ике доклад уҡ –Башҡортостан Президентының һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесенең – I һәм II Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайҙарынан һуң үткән осорҙа башҡорттарҙың ярайһы уҡ эш башҡарыуын күрһәтте, — тип журналистар менән Өфөлә барған халыҡ-ара форумдың тәүге көнө тураһында тәьҫораттары менән уртаҡлашты Ҡоролтай делегаты, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры  Фирҙәүес Хисаметдинова.

– Беренсенән, форумда туған телен белмәгән кешеләр аҙ, был, тел белгесе булараҡ, минең өсөн — бик мөһим күрһәткес, — тип билдәләне Фирҙәүес Хисаметдинова. — Икенсенән, аралашыуҙан күренеүенсә, кешеләрҙең психологияһы ныҡ үҙгәргән. Тәүге ҡоролтайҙарҙа үҙ ихтыяждарын ғына ҡәнәғәтләндерергә ынтылыу, тел һәм мәҙәниәтте һаҡлауҙа кемдәндер ярҙам көтөү кәйефе өҫтөнлөк итә ине, ә балаларыбыҙ һәм ейәндәребеҙ үҙ ата-олатайҙарын, үҙ милли тамырҙарын онотмаһын өсөн беҙҙең үҙебеҙҙән башҡа кем борсолорға тейеш һуң. Хәҙер күрәм, туған телен, мәҙәниәтен, милли менталитетын һаҡлау өсөн үҙенә яуаплылыҡ алырға әҙер булған кешеләр бик күп. Әгәр халыҡтың ошондай үҙ-үҙен ойоштороу принциптары үҫешә икән, тимәк, уҙған йылдар бушҡа үтмәгән: милләт алға бара, — тип һүҙен йомғаҡланы Фирҙәүес Хисаметдинова.