6 декабрь, Шишәмбе

11 июнь 2010 йыл, 9:59

Гөлфиә Янбаева: Мин федераль чиновниктарҙы мәғарифта яңылыҡтар индереүҙе туҡтатырға саҡырам

автор: Юлай Мәғсүмов

Хәҙерге йәмғиәттә башҡорт ҡатын-ҡыҙының тарихи роле тураһында Өсөнсө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы трибунаһынан «Киске Өфө» гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева һөйләне. Хәҙерге Рәсәй шарттарында илебеҙ халыҡтарына милли үҙенсәлеген юғалтыу ҡурҡынысы янауы хаҡында яр һалырға ваҡыт.

– Беҙҙең федераль чиновниктарыбыҙ мәғариф учреждениеларын йән иҫәбенә финанслау тураһындағы уйланылмаған, хәүефле, емергес положениеға ярашлы дөйөм белем биреү мәктәптәре селтәрен оптималләштереү тип аталған концепцияны тормошҡа ашыра башланы, — тине тулҡынланып журналист. Гөлфиә Янбаеваның фекеренсә, был сәйәсәт беренсе сиратта Рәсәйҙең бәләкәй ауылдарына ҡағылды: уҡыусылар һаны аҙ булған мәктәптәрҙе ҡыҫҡарта һәм яба башланылар, ә улар Рәсәйҙә тиҫтәләгән мең. Мәктәп ябылһа, ауыл да бөтә бит. Ул ваҡытта ҡатындарыбыҙ бала табырмы икән? Халыҡ менән нимә булыр? Балаларға үҙ халҡы телен кем бирер? Был һорауҙарҙы баш мөхәррир федераль властарға йүнәлтте. Һәм шул уҡ ваҡытта, был яуыз пландар Башҡортостанда бер ваҡытта ла тормошҡа ашмаясаҡ, тип өҫтәне.

— Хатта милләттәрҙең үҙбилдәләнешкә хоҡуҡтарын тулыһынса кире ҡаҡҡан хәлдә лә, ә уларҙың береһе булып туған телдә, әсә телендә уҡытыу тора ла, беҙ, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары, милли дәүләттең төп ячейкаһы булараҡ, башҡорт ғаиләһенең суверенитеты тураһында бөтә донъяға иғлан итеп, үҙ милли үҙенсәлегебеҙҙе һаҡлап ҡала аласаҡбыҙ, — тип белдерҙе Гөлфиә Янбаева. Ул республикала 12 меңселәр хәрәкәтен ойоштороу тураһында иғлан итте. Улар кәмендә биш бала табып һәм уларҙы милли традицияларҙа тәрбиәләргә йөкләмә алған йәш ғаиләләр.

Гөлфиә Янбаеваның хис-тойғоларға бай сығышын зал бер нисә тапҡыр алҡышлап ҡул сабыуҙар менән бүлде.