9 декабрь, Йома

11 июнь 2010 йыл, 9:53

Хөкүмәткә, коммерцияға ҡарамаған ойошмалар араһында проекттар конкурсы иғлан ителгән

автор: Юлай Мәғсүмов

Гражданлыҡ йәмғиәте проблемалары институты мәғариф, сәнғәт, мәҙәниәт һәм ижтимағи дипломатия өлкәһендә социаль әһәмиәткә эйә асыҡ проекттар конкурсы иғлан итте. Рәсәйҙең хөкүмәткә, коммерцияға ҡарамаған ойошмалары ҡатнашыуға саҡырыла.

Институт менән конкурс Рәсәй Федерацияһы Президентының «2010 йылда гражданлыҡ йәмғиәте институттары үҫешендә ҡатнашыусы хөкүмәткә, коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙы дәүләт ярҙамы менән тәьмин итеү тураһында» күрһәтмәһе нигеҙендә үткәрелә.

Заявкалар ҡабул итеү 2010 йылдың 30 июлендә Мәскәү ваҡыты менән 18.00 сәғәттә тамамлана. Конкурсҡа 2010 йылдың 16 сентябрендә йомғаҡ яһаласаҡ.

Конкурс хаҡында тулыраҡ мәғлүмәт: http://inpgo.ru/495/610.

темалар: конкурстар