6 декабрь, Шишәмбе

11 июнь 2010 йыл, 9:23

«Урал» галереяһында «Болгариянан - һөйөү менән» күргәҙмәһе асылды

автор: Алик Аллаяров | фото: Андрей Старостин

«Болгариянан — һөйөү менән». Кисә «Урал» галереяһында асылған күргәҙмә шулай атала. Унда рәссам Корнелия Маргандың — Неля Мерзабекованың псевдонимы — 25 эше тәҡдим ителгән. Нәйлә Мәргән ҡыҙының яҙмышы ҡыҙыҡлы.  Ул Ырымбурҙа тыуған башҡорт, әле Болгарияла йәшәй. Дунай аръяғында төпләнһә лә, Корнелия Марган рухы һәм ижади фекерләүе менән ватандашыбыҙ булып ҡала. Тап шуға ла  «Башҡортостан-Болгария» дуҫлыҡ берекмәһе ярҙамында Өфөлә ойошторолған экспозицияла Болгарияныҡы менән бергә Рәсәй һәм Башҡортостан пейзаждары урын алған. «Диңгеҙ симфонияһы», «Мәскәү йылғаһы», «Ҡышҡыһын Нева», «Ағиҙел буйында» һәм башҡалар. «Салауат. Йыр яралыуы» картинаһы күргәҙмәлә айырым урын алып тора. Милли герой, полководец һәм юлбашсының бик үҙенсәлекле һүрәтләнеше был. Бында Салават Юлаев ялҡынлы һәм хисле шәхес итеп күрһәтелгән. Авторҙың III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына бағышланған күргәҙмәһе ике аҙна дауам итәсәк.