10 декабрь, Шәмбе

10 июнь 2010 йыл, 18:17

Рауил Бикбаев: Башҡортостанда күп быуатлыҡ тарихы булған көслө ихтыярлы халыҡ йәшәй

автор: Эльмира Сабирова | фото: Олег Яровиков

— Башҡортостанда күп быуатлыҡ тарихы, үҙенсәлекле мәҙәниәте һәм көслө ихтыяры булған халыҡ йәшәй, — тине, III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының пленар ултырышын асып, Башҡортостандың халыҡ шағиры, БР Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рауил Бикбаев. — Башҡорт халҡы милли үҙаңды, мәҙәниәтен һәм үҙаллылығын нығытыу өсөн күп көс һалған. Беҙ ата-бабаларыбыҙға изге ер, туған тел һәм тиңдәшһеҙ көй-моң өсөн рәхмәтле.

Башҡорт халҡының арҙаҡлы шәхестәре араһынан ул Салауат Юлаев, Ризаитдин Фәхретдинов, Мифтахетдин Аҡмулла, Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев, Мирсәлих Биксурин, Дауыт Юлтый,  Шәйехзада Бабич, Әхмәтзәки Вәлиди исемдәрен атаны.  

— Атаҡлы дәүләт эшмәкәре Әхмәтзәки Вәлиди айырым хөрмәткә лайыҡ, — тине Рауил Бикбаев. — Уның 120 йыллығы уңайынан  2010 йыл ТӨРКСОЙ халыҡ-ара ойошмаһы менән беҙҙең данлыҡлы яҡташыбыҙ йылы тип иғлан ителде. Майҙа Истанбулда – күренекле ғалим оҙаҡ йылдар йәшәгән һәм эшләгән ҡалала, — 120 йыллыҡ юбилейына арналған Башҡортостан фәне һәм мәҙәниәте көндәре үтте.

Рауил Бикбаев III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы алдынан республиканың барлыҡ ҡалалары һәм ауылдарында, Рәсәй Федерацияһының 34 субъектында һәм алты  сит илдә ҡоролтайҙар үтеүен билдәләне.

— Берлинда Евросоюз илдәре һәм сит илдәр башҡорттарының ҡоролтайы үтте. Был сараны үткәреүҙә ҡатнашлыҡтары өсөн беҙ РФ Хөкүмәте ҡарамағындағы Рәсәй фән һәм мәҙәниәт өлкәһендә халыҡ-ара хеҙмәттәшлек үҙәгенә һәм Берлиндағы Рус Йортона рәхмәтлебеҙ. III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ижади интеллигенция вәкилдәрен, предприятие етәкселәрен, ауыл халҡы -башҡорт йәмәғәт ойошмалары активистарын йыйҙы.