Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 60.14 ↑

EUR 67.14 ↓

23 июнь, Йома

Уфа   °

Федераль үҙәктә РФ Милләттәр эштәре буйынса министрлыҡ булдырыу мәсьәләһе ҡарала

Сәйәсәт

Мәскәүҙә РФ Милләттәр эштәре буйынса министрлыҡ булдырыу тураһында мәсьәлә күтәрелде. Был турала III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының пленар ултырышында Федерация Советының Федерация эштәре һәм төбәк сәйәсәте буйынса комитеты рәйесе Рәфғәт Алтынбаев хәбәр итте.

— Милли сәйәсәт эштәре менән шөғөлләнеүсе бындай орган илдең 21 субъектында бар, — тине ул. – Тимәк, федераль кимәлдә лә ошондай ведомство булдырырға кәрәк. Ул методик һәм ойоштороу үҙәге булыр ине. Бындай министрлыҡ булдырыу мөмкинлеге күптән түгел милли сәйәсәт буйынса комиссияла ҡаралды.

Башҡорт халҡының төп ҡаҙанышы, Рәфғәт Алтынбаев фекеренсә, – Башҡортостан биләмәһендә төрлө этнос вәкилдәренең тыныс һәм тупланып йәшәүе өсөн шарттар булдырыу ул.

— Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайын үткәреү изге традицияға әйләнде, — тине сенатор. — Ул бөтә донъя башҡорттарының берләшеүенә һәм милләт-ара мөнәсәбәттәрҙең нығыныуына булышлыҡ итә, халыҡ-ара аренала Рәсәй Федерацияһының абруйын күтәрә. Башҡортостан ҡабул иткән “Мәңге Рәсәй менән бергә” лозунгын Рәсәйҙең һәр төбәгендә лә осратып булмай. Был башҡорт халҡының бөтөн һәм сәскә атыусы Бөйөк Рәсәйҙе һаҡлауға ынтылыуы тураһында раҫлай.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть