8 декабрь, Кесе йома

10 июнь 2010 йыл, 17:39

Дмитрий Медведев III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында ҡатнашыусыларҙы тәбрикләне

автор: БР Президентының матбуғат хеҙмәте

Рәсәй Федерацияһы Президенты Дмитрий Медведев Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимовҡа, шулай уҡ III  Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында ҡатнашыусыларға, ҡунаҡтарға һәм делегаттарға ҡотлау телеграммаһы ебәрҙе. Унда шулай тиелә:

"Ҡәҙерле дуҫтар!

III  Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы тәбрикләйем. Һеҙҙең форум башҡорт халҡының мәҙәниәтен артабан үҫтереүгә, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙәге ватандаштарыбыҙ, илебеҙҙең төрлө төбәктәрендә йәшәүсе башҡорт халҡы вәкилдәре араһында бәйләнештәрҙе киңәйтеүгә булышлыҡ итергә тейеш. Ҡоролтай республикала милләт-ара һәм конфессия-ара татыулыҡты нығытыуға хеҙмәт итәсәк, Рәсәйҙең мәҙәни һәм рухи төрлөлөгөн һаҡлауға һәм арттырыуға ҙур өлөш индерәсәк.

Һеҙгә уңышлы эш теләйем.

Д. Медведев".