11 декабрь, Йәкшәмбе

10 июнь 2010 йыл, 17:34

Тел һәм мәҙәниәтте һаҡлауға ғаилә дәүләт сәйәсәтенән кәм йоғонто яһамай

автор: Евгений Рәхимҡолов

Дәүләт сәйәсәте менән берлектә, ғаиәлә алып барылған маҡсатлы тәрбиәүи эш телде һәм халыҡ мәҙәниәтен һаҡлауҙа ҙур роль уйнай. Шундай фекерен белдерҙе III Бөтә донъя ҡоролтайының пленар ултырышында Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов. Уның әйтеүенсә, бөгөн беҙҙең республикала башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса күп нәмә эшләнә. «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары теле тураһында» закон үтәлә, үҫешкән милли матбуғат селтәре бар, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы популярлыҡ яулай. «Ҡурай» һәм «Туған тел» милли музыка каналдары, «Юлдаш», «Шарк», «Ашҡаҙар» радиолары һәм башҡалар ойошторолған, башҡорт интернаттары, лицейҙар, мәктәп һәм балалар баҡсаһы асыла.

Шулай булһа ла, күрелгән сараларға ҡарамаҫтан, башҡорт телен ҡулланыу даирәһе тар булып ҡала. Башҡорт телендәге гәзит һәм журналдар яҙҙырыусылар һаны һиҙелерлек кәмей.

— Был милли телде, традицион милли мәҙәниәтте үрҙән “күрһәтмә менән”, көсләп биреп булмауы менән аңлатыла, — тип иҫәпләй Президент. — Әгәр ҡалалағы йәки ауылдағы башҡорт ғаиләһе башҡорт телендәге гәзит-журналды яҙҙырырға, балаларын милли мәҙәниәт рухында тәрбиәләргә, ғаиләлә туған телмәренә өйрәтергә теләмәй икән, бында дәүләт нимә менән ярҙам итһен?  !

Шулай итеп, йәмғиәт һәм ғаилә, Мортаза Рәхимов фекеренсә, дәүләт менән ҡулға-ҡул тотоношоп эш итергә тейеш.