9 декабрь, Йома

10 июнь 2010 йыл, 17:03

Беҙҙең маҡсат – милләтте туплау, яңыртыу һәм һәр яҡлап үҫтереү

автор: “Башинформ”

Бөгөн III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы асылды. Унда Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов доклад менән сығыш яһаны.

“Хөрмәтле Ҡоролтай делегаттары һәм ҡунаҡтар!

Ҡәҙерле ватандаштар!

Донъяның төрлө тарафтарынан бөгөн Өфөлә халҡыбыҙҙың иң аҫыл улдары һәм ҡыҙҙары йыйылды. Изге йола буйынса кәңәшкә килгән Өсөнсө Бөтә донъя ҡоролтайы делегаттарын ихлас күңелдән тәбрикләйем. Хуш килдегеҙ, туғандар! Ҡоролтай эшендә бөтәгеҙгә лә уңыштар, һаулыҡ, именлек теләйем!

Тыуған Башҡортостаныбыҙ, тауҙары сал Урал йырҙарында данлап йырланған, шаулап урмандар үҫкән, икһеҙ-сикһеҙ далалары йәйрәп ятҡан, саф һыулы йылғалары сылтырап аҡҡан боронғо төбәгебеҙ һеҙҙе шатланып ҡаршылай. Шәйехзада Бабич әйтмешләй, «шунда тыуған, шунда үҫкән башҡорт тигән арыҫлан».

Изге Башҡортостан еренә рәхим итегеҙ, ҡәҙерле яҡташтарыбыҙ!

Беҙҙең саҡырыуға берҙәм яуап биргән юғары ҡунаҡтарыбыҙға ихлас рәхмәтемде белдерәм. Ҡоролтай эшендә ҡатнашыуығыҙ менән һеҙ уға айырым бер әһәмиәт бирәһегеҙ!

Барығыҙға уңышлы эш һәм сағыу тәьҫораттар теләйем! Һаулыҡ, именлек һәм бәхет һеҙгә!

Ҡәҙерле дуҫтар!

    Тарих юлдары ҡатмарлы, ул тигеҙ генә аҡмай. Башҡорт халҡы быуаттар буйына үҫеше барышында күпте күргән, күпте кисергән, бик күп нәмәгә өлгәшкән.  

Быуаттар дауамында башҡорттар иң мөһим мәсьәләләрҙе ҡоролтайҙа тикшергән. Ата-олатайҙар васыят итеп ҡалдырған ҡоролтайҙар милләтте берләштереүҙең мөһим бер формаһы булып торған, килешеп, ҡарарҙар ҡабул итеү өсөн уның иң яҡшы вәкилдәрен йыйған.  

    Тап дүрт быуат ярым элек халыҡтың Рәсәй дәүләтенә үҙ ирке менән ҡушылыуы тураһында ихтыяры белдерелгән. Тап ҡоролтайҙарҙа кешеләр ғәҙелһеҙлеккә һәм иҙеүгә ҡаршы бергәләп сығыш яһау өсөн һөйләшеп килешкән. Тап ошондай йыйылыш ҡарарҙары менән егерменсе быуат башында республикабыҙ – Федератив Рәсәйҙең беренсе автономияһы төҙөлгән.  

Башҡорт халҡының был күркәм традицияһын уңышлы тергеҙеүебеҙ менән беҙ ғорурланабыҙ. Һуңғы 15 йылда беҙҙә инде өсөнсө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үткәрелә. Һеҙҙе ысын мәғәнәһендә тарихи ваҡиға менән ихлас ҡотлайым!  

Бөгөн элекке ҡоролтайҙарҙа ҡатнашҡан иҫке дуҫтар һәм үҙ халҡының делегаты булыу кеүек юғары миссияны тәүге тапҡыр үтәүселәр осрашты. Бында беҙ башҡарылған эштәрҙе баһалай, фекер һәм тәжрибә уртаҡлаша, борсоған мәсьәләләрҙе уртаға һалып тикшерә алабыҙ. Ә иң мөһиме артабанғы үҫеш перспективаларын билдәләй, киләсәккә яңы бурыстар ҡуя алабыҙ.  

    Уҙған йылдар эсендә Башҡортостанда бик күп нәмә үҙгәрҙе.    Башҡа төбәктәрҙән һәм сит илдәрҙән беҙгә килгән делегаттар ыңғай үҙгәрештәрҙе асыҡ күрәлер, тип уйлайым. Тамарынан ижтимағи үҙгәртеп ҡороуҙар осоронда республикабыҙ үҙ иҡтисади һәм рухи ҡеүәтен һаҡлап ҡалыу ғына түгел, уны күпкә арттырыуға өлгәште. Ә иң мөһиме – халыҡтың тормошон һиҙелерлек яҡшырта алды.  

Бөгөн Башҡортостан – юғары инвестициялар йәлеп итеүсән, уңышлы бизнес-климат менән, индустриаль яҡтан үҫешкән, иң имен төбәк. Иҡтисади, фәнни-техник һәм мәҙәни потенциалын ышаныслы арттырып, ул илдең тулайым төбәк продуктының яртыһынан ашыуын тәьмин итеүсе федераль бюджеттың тәүге ун алдынғы төбәк-доноры иҫәбенә инә.  

Республикабыҙға ҡеүәтле инженер инфраструктураһы, күп кимәлле һәм киң тармаҡлы финанс системаһы, үҫешкән төҙөлөш комплексы хас. Ныҡлы күп тармаҡлы ауыл хужалығы республиканың аҙыҡ-түлек именлеген тәьмин итә. Матур һәм төҙөкләндерелгән тораҡ пункттары үҙ-ара ышаныслы транспорт бәйләнеше менән тоташтырылған һәм элемтәнең бөтә төрҙәренә лә тоташҡан. Интернетты файҙаланыу йылдам киңәйә.  

Башҡортостан Рәсәй Федерацияһының халыҡ-ара бәйләнештәрен киңәйтеүҙә әүҙем ҡатнаша. Республикабыҙ хеҙмәттәшлек иткән илдәр һаны өс тапҡырға артты. Улар бөгөн йөҙгә яҡын.  БМО – ЮНЕСКО, ЮНИДО, Үҫеш Проекты структуралары, шулай уҡ Европа төбәктәре Ассамблеяһы, ТӨРКСОЙ, Ислам Конференцияһы Ойошмаһы кеүек абруйлы ойошмалар менән үҙ-ара хеҙмәттәшлек торған һайын күп яҡлыраҡ һәм уңышлыраҡ була бара.  Башҡортостандың был өлкәләге бай тәжрибәһе күптән түгел илдең Сит ил эштәре министрлығында кәңәшмәлә тыңланды һәм хупланды.

Социаль-иҡтисади үҫештә айырыуса тос һөҙөмтәләргә икенсе һәм өсөнсө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайҙары араһындағы осорҙа өлгәшелде. Яғыулыҡ-энергетика комплексы, төҙөлөш тармағы, аграр сектор, транспорт һәм элемтә предприятиеларының эше һөҙөмтәлерәк була бара.

    Республика тулайым төбәк продукты етештереү – 1,6 тапҡырға, сәнәғәт етештереүе һәм төҙөлөш эштәре күләме – 1,4 тапҡырға, ауыл хужалығы продукцияһы – 1,3 тапҡырға, төп капиталға инвестициялар 1,2 тапҡырға артты. Ваҡлап һатыу тауар әйләнеше күләме –5,5 тапҡырға тиерлек, халыҡҡа түләүле хеҙмәтләндереүҙәр күрһәтеү 2 тапҡырҙан ашыуға үҫте. Ә тышҡы сауҙа әйләнеше 2,2 тапҡырға артты!

Был һандар артында йәмғиәттәге ҡатмарлы тамырынан үҙгәртеп ҡороуҙар шарттарында иҡтисадтың бөтә тармаҡтарын комплекслы модернизациялау буйынса эште уңышлы дауам итә алған күп милләтле халҡыбыҙҙың иҫ киткес ҙур ижады тырышлығы тора. Йоғонтоло сәнәғәт, инвестиция, финанс, тышҡы иҡтисади һәм фәнни-техник сәйәсәт тормошҡа ашырыла. Иҡтисад инфраструктураһын яңыртыу, сәнәғәтте киңәйтеү һәм инновацион үҫтереү бара.

Башҡортостанда илдә һәм сит илдәрҙә киң талап ителгән, донъя кимәлендәге сифатлы продукция сығарыусы производстволар төҙөлгән. «Полиэф» акционерҙар йәмғиәте – полиэтилентерефталат етештереү буйынса Рәсәйҙә тәүге предприятие эшләй башланы. «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһендә юғары тығыҙлыҡтағы полиэтилен етештереү үҙләштерелде, ул да бөгөн илдә берҙән-бер.  

«Ласселсбергер» предприятиеһында ла Европа технологиялары буйынса керамик плитка етештереү ойошторолдо. «Каустик» берекмәһендә яңы ҙур заманса комплекс сафҡа индерелде. Стәрлетамаҡ нефтехимия заводында ҡайһы бер ҡеүәтле ҡоролмаларҙы модернизациялау буйынса эштәр тамамланды. «Өфөнефтехим» берекмәһендә аҡрынлап кокслау һәм водород етештереү комплексы индерелде.  

Нефть эшкәртеүселәребеҙ хәҙер Европа стандарттарындағы продукция сығара, ә сеймалды эшкәртеү тәрәнлеге буйынса улар донъяла иң алдынғы позицияларға сыҡты!

Машиналар эшләү комплексы йылдам үҫешә. Өфө трансформатор заводы Рәсәй өсөн уникаль, киң талап ителгән продукция сығара башланы.

Уны асыуға Рәсәй хөкүмәте Премьер-министры Владимир Владимирович Путин осраҡлы ғына килмәне.

Нефтекама автозаводы сит ил партнерҙары менән берлектә иген йыйыу комбайндарын йыйылма етештереүҙе ойошторҙо һәм илебеҙҙең күп ҡалалары урамдарын биҙәгән автобустарҙың яңы моделдәрен үҙләштереү буйынса эште дауам итә. Стәрлетамаҡта «Беларус» тракторҙарын йыйылма етештереү ойошторолдо.

Агросәнәғәт секторында баҫыу эштәрен ҡыҫҡа ваҡытта, юғалтыуһыҙ үткәрергә булышлыҡ итеүсе иң алдынғы техника менән йыһазландырылған машина-технология станциялары эшләй. Һыйыр малы, сусҡалар, ҡош-ҡорт, бигерәк тә күркә үҫтереү, һимертеү һәм уларҙы эшкәртеү буйынса алдынғы производство технологияларын файҙаланыусы тиҫтәләгән ҙур малсылыҡ объекттары сафҡа индерелде.

Беҙ бөгөн элек ҙур һәм иҡтисади ҡеүәтле дәүләттәр  кимәлендә генә мөмкин булған күләмле проекттарҙы үтәй алабыҙ.

Күптән түгел уникаль Йомағужа һыу һаҡлағысы төҙөлөп бөттө, ул Ағиҙел йылғаһында һыу ағышын көйләй, ҙур территорияны һыу менән тәьмин итә, уны һыу баҫыуҙан һаҡлай, арзан электр энергияһы етештерә. Был – хәҙерге Башҡортостанда ижади хеҙмәттең сағыу өлгөһө.

Әйтергә кәрәк, ҡатмарлы шарттарға ҡарамаҫтан, һикһәнгә яҡын ҙур инвестиция проектын тормошҡа ашырыу дауам итә. Былтыр ғына 6 меңдән ашыу яңы эш урыны ойошторолдо, ә яҡындағы йылдарҙа тағы 50 меңдән ашыу булдырыласаҡ!  

Инновацион технологияларға нигеҙләнгән иҡтисад ҡатмарлы структура проекттарын тормошҡа ашырырға – производствоны яңыртырға, транспорт, элемтә, ҡалаларыбыҙ һәм ауылдарыбыҙ йәшәйешенең башҡа өлкәләре үҫешен тәьмин итеүсе заманса юлдар, күперҙәр һәм юл айырмалары, ҙур ҡоролмалар төҙөргә ярҙам итә.

Бөтә был ҡеүәтле производство-иҡтисад потенциалы Башҡортостандың һәм бөтә Рәсәйҙең үҫешен тиҙләтеү маҡсаттарына хеҙмәт итә. Ошо ышаныслы нигеҙҙә халыҡтың көнкүреше яҡшыра. Был осорҙа халыҡтың реаль аҡсалата табышы – 2,6 тапҡырға, эш хаҡы 2,1 тапҡырға артты. Аҡсалата табышы йәшәү минимумынан кәм булған халыҡ өлөшө был осорҙа ике тапҡырҙан ашыуға кәмене.

Республикала төҙөлөшкә ҙур иғтибар бирелә. Финанслауҙың бөтә сығанаҡтары иҫәбенә республика биләмәһендә индерелгән дөйөм торлаҡ майҙаны был йылдарҙа 14,3 миллион квадрат метр тәшкил итте. Яңы мәктәптәр, мәктәпкәсә балалар учреждениелары, дауахана, амбулатор-поликлиника, мәҙәниәт учреждениелары, физкультура-сәләмәтләндереү комплекстары йылдам темптар менән төҙөлә. Ауылдарға газ үткәреү дауам итә, был күрһәткестәр буйынса беҙ – илдә иң яҡшыларҙың береһе.

Халыҡтың тормош кимәле лә яҡшыра. Уларҙың уңайлы фатирҙар, йорт йыһаздары, еңел автомашиналар, заманса көнкүреш приборҙары менән тәьмин ителеш кимәле күтәрелә бара.  

    Төрлө ҡатлам кешеләренә һәр яҡлап ярҙам итеүгә, социаль программаларҙы мотлаҡ үтәүгә, шулай уҡ үҫеп килеүсе быуынды тәрбиәләү, мәҙәниәтте, спорт һәм туризмды үҫтереү мәсьәләләренә ҙур иғтибар бирелә. Социаль сәйәсәттә бөтә төп гарантиялар һаҡланған, күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә, өлкән быуынға һәм инвалидтарға ярҙам итеү буйынса әүҙем саралар күрелә. Республиканың миллиондан ашыу халҡы төрлө льготалар менән файҙалана!

Беҙ әсәлек культын, күп балалы ғаиләгә традицион ихтирамлы ҡарашты тергеҙҙек. Ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан, күп балалы ғаиләләргә ярҙам итәбеҙ – “Әсәлек даны” миҙалы менән наградлайбыҙ, балаларҙы тәрбиәләүгә пособиелар бүләбеҙ, микроавтобустар, фатирҙар бирәбеҙ.

Яңы мәктәптәр һәм балалар баҡсалары, медицина һәм мәҙәниәт учреждениелары, кешеләрҙең социаль яҡланғанлығын көсәйтеү, рухи үҫеш – был беҙҙең күп милләтле халҡыбыҙ хеҙмәтенең күҙгә күренгән емештәре. Шуныһы ла ҡыуаныслы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, республиканың башҡа халыҡтарының съездары һәм конгрестары ла беҙҙең дөйөм рухи, ижади күтәрелешкә үҙ өлөшөн индерҙе.

Ҡәҙерле дуҫтар!

Һәр милләт үҙ үҫешендә аяҡҡа баҫыу, нығыныу һәм өлгөрөү стадияларын үтә.  Бөгөн беҙҙең республикабыҙ башҡорт халҡының быуаттар буйына килгән өмөт-ышаныстарының тормошҡа ашыуы ул! Шуның менән бергә, Башҡортостан тиҫтәләгән башҡа халыҡтар өсөн дә тыуған йорт булып тора. Шуға күрә изге традиция буйынса уларҙың вәкилдәре лә Ҡоролтай эшендә ҡатнаша.  

Үҙ ваҡытында рус халҡы менән бергә башҡорттар һәм Урал-Волга буйының башҡа халыҡтары бөйөк Рәсәй дәүләтселеген бергәләп ойошторҙо. Рәсәй менән бергә булыу – ул башҡорт халҡының яҙмышында уның артабан тупланыуы һәм үҫеше өсөн нигеҙ булып хеҙмәт иткән мөһим боролош. Ошондай аңлы ҡарар ҡабул итеүе арҡаһында халҡыбыҙ үҙен-үҙе, үҙ телен һәм мәҙәниәтен һаҡлап ҡалған. Рәсәйҙә беҙ берҙәмлек һәм яңы ысын ватандаштар таптыҡ.  

Эйе, XVII һәм XVIII быуаттарҙа башҡорттар күп тапҡырҙар үҙҙәренең законлы хоҡуҡтарын яҡлап ихтилалға күтәрелә. Ләкин был хәрәкәттәр нигеҙҙә Рәсәйгә ҡаршы түгел, ә ул йылдарҙағы төрлө намыҫһыҙ вәкилдәрҙең башҡорттарҙың аҫаба ерҙәрен баҫып алыуына ҡаршы йүнәлтелгән була.

Беҙ һәр ваҡыт башҡорттарҙың һәм Башҡортостандың башҡа халыҡтарының Рәсәй дәүләтен һәм уның үҫешен яҡлауға индергән өлөшө менән ғорурланасаҡбыҙ, элекке һәм бөгөнгө Ватанға намыҫлы хеҙмәт итеү өлгөләрен йыябыҙ. Был юбилей йылында беҙ ҡан ҡойошло алыштарҙа үҙенең батырлығы һәм ҡаһарманлығы, тылда фиҙакәр хеҙмәте менән Тыуған илебеҙҙең азатлығын һәм бойондороҡһоҙлоғон яҡлап алып ҡалған, бөтә донъяға 1945 йылғы Бөйөк Еңеүҙе яулаған быуындар иҫтәлегенә хөрмәт күрһәтәбеҙ!  

Рәсәй армияһы составында күп алыштарҙа ҡатнашҡан башҡорт атлыларының хәрби батырлығы Рәсәй тарихының бер өлөшө булып тора. Илдә хәҙер 1812 йылғы Ватан һуғышының 200 йыллығы менән бәйле тантаналарға әҙерлек башланды. Ә бит башҡорт батырҙарының был һуғыштағы ҡаһарманлыҡтары хаҡында тик белгестәр генә яҡшы белә. Шуға күрә йәмәғәт берләшмәләренә, киң мәғлүмәт сараларына яңы быуындарҙы ватансылыҡ рухында тәрбиәләү өсөн был факттарҙы киңерәк файҙаланырға кәрәк.

Үҙ тарихыңды, халыҡ тәжрибәһе потенциалын ата-олатайҙарыбыҙ ҡалдырған бөйөк рухи-әхлаҡи ҡиммәт тип баһаларға кәрәк! Рәсәйҙең намыҫын һәм данын тәшкил иткән башҡорт халҡының ҡайһы бер ул һәм ҡыҙҙарының исемдәрен атап үтәм.

Башҡорт халҡының символы – легендар Урал батыр артынса беҙ тормоштағы тарихи эшмәкәрҙәрҙе – боронғо Әйле ырыуынан сыҡҡан XII-XIII быуаттарҙағы данлыҡлы төрки шағиры Ҡол Ғәлиҙе, берләшкән 12 башҡорт ырыуы менән етәкселек иткән Мәсем хан һәм аяуһыҙ Сыңғыҙ Хан алдында башҡорт хоҡуҡтарын яҡлап сыҡҡан Мөйтән бей кеүек хакимдарҙы иҫкә алабыҙ. Рус дәүләтенә үҙ ирке менән ҡушылыу тураһында халыҡ яҙмышы өсөн хәл иткес ҡарар ҡабул иткән ырыу башлыҡтары – Ҡәнзәфәр бей, Тәтегәс бей һәм башҡалар; Рәсәй армияһы сафында яуҙарҙа ҡатнашҡан герой-яугирҙар — Петр Беренсе походтарында дан алған Алдар Иҫәнгилдин, Наполеонды еңеүселәр – Ҡаһым түрә, Йәнтүрә, Абдрахман Аҡъегет; халыҡ азатлығы һәм хоҡуҡтары өсөн көрәшкән Сәйет, Күсем, Ҡараһаҡал, Батырша, Кинйә Арыҫланов, бик шәп яугир һәм шағир Салауат Юлаев; XVII быуатта Рәсәйҙәге тәүге нефть сәнәғәтселәренең береһе Надир Уразмәтов һәм Санкт-Петербургта Тау институтына нигеҙ һалған Исмәғил Тасимов; тәрән аҡыл эйәләре, кешелекле дини эшмәкәрҙәр – шәйех Зәйнулла Рәсүлев һәм мөфтөй Ризаитдин Фәхретдинов; шағир һәм мәғрифәтселәр Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев һәм Мифтахетдин Аҡмулла ла улар рәтендә.  

Уҙған XX быуат та тарихи шәхестәргә бай булды. Рәсәй федерализмын яҡлап көрәшеүсе, Башҡорт республикаһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе, бар донъяға билдәле ғалим-төркиәтсе Зәки Вәлиди, бөйөк шағирҙар һәм яҙыусылар – Мәжит Ғафури, Шәйехзада Бабич, Һәҙиә Дәүләтшина, Мостай Кәрим, Бөйөк Ватан һуғышы геройҙары – Муса Гәрәев, генерал Миңлеғәли Шайморатов, Шакирйән Мөхәмәтйәнов һәм Миңлеғәли Ғөбәйҙуллин; рәссамдар Ҡасим Дәүләткилдеев һәм Әхмәт Лотфуллин; композиторҙар Ғәзиз Әлмөхәмәтов, Заһир Исмәғилев, Хөсәйен Әхмәтов; тәүге башҡорт балеринаһы Зәйтүнә Насретдинова һәм бар донъяға билдәле балет артисы Рудольф Нуриев. Һәм башҡа бик күп әҙәбиәт һәм сәнғәт, фән һәм техника эшмәкәрҙәре, сәйәсмәндәр һәм етәкселәр, спортсылар һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, данлыҡлы хеҙмәтсәндәр һәм яугирҙар.

Рәсәй һәм Башҡортостан тарихына рус, татар, сыуаш, мари һәм башҡа күренекле мәҙәниәт вәкилдәренең исемдәре лә яҙылған. Былар барыһы ла беҙҙең дөйөм мираҫыбыҙ, уртаҡ байлығыбыҙ!

Шуның менән бергә, сәйәси конъюнктураға ярау маҡсатында эшләнгән һәр төрлө тарихи спекуляцияларға башҡорт халҡы ҡәтғи “юҡ”” тип әйтә. Мәҫәлән, халҡыбыҙҙың арҙаҡлы эшмәкәрҙәре – Салауат Юлаевты, Әхмәтзәки Вәлиди Туғанды, Муллаян Халиковты, Шәһит Хоҙайбирҙин һәм башҡаларҙы дискредитацияларға тырышыу осраҡтары булды. Бындай әҙәпһеҙлек акциялары менән килешеү мөмкин түгел, үткәндәребеҙҙе артабан да ҡәҙерләргә кәрәк!

Егерменсе быуат үҙе менән хәүеф һәм ғәрәсәттәрҙе лә аҙ алып килмәне. Башҡорт халҡының ябай булмаған тарихында 70 йыллыҡ совет заманы ла бар. Үкенескә күрә, ҡайһы бер эшмәкәрҙәр өсөн был ваҡытҡа тарихтың “ҡара упҡынына” ҡараған кеүек мөнәсәбәт күрһәтеүе ыңғай күренешкә әйләнде. Минең уйымса, бындай ҡараш – дөрөҫлөктө тупаҫ боҙоу. Унан бигерәк, был халыҡты түбәнһетә.

Башҡорт халҡының йөҙҙәрсә мең ул һәм ҡыҙы ул ваҡытта матур белем алды. Улар юғары мәҙәниәтле уҡытыусылар, табиптар, сәнәғәт предприятиелары директорҙары һәм механизаторҙар, юғары уҡыу йорттары профессорҙары, ҙур сәйәсмән, хәрби начальник, әҙәбиәт һәм сәнғәт оҫталары булып китте. Унар, йөҙәр мең кешенең матур биографияһы формалашты!

Башҡортостан халыҡтары үҙҙәренең героик хеҙмәте менән башлыса аграр  булған төбәкте ҡеүәтле индустриаль республикаға әйләндерҙе. Революцияға тиклем беҙҙең төбәктә юғары технологиялы машиналар эшләү һәм нефтехимия, эре төҙөлөш һәм транспорт комплекстары булманы. Юғары белем һәм академия фәне, күп һанлы милли интеллигенция ла юҡ ине. Хәҙер беҙҙә быларҙың бөтәһе лә бар!

1917 йылға тиклем Рәсәйҙең сәйәси картаһында «Башҡортостан» төшөнсәһе бөтөнләй булманы. Ул халҡыбыҙ йөрәгендә генә яна ине. Ә хәҙер Рәсәй Федерацияһының сәйәси картаһынан Башҡортостан Республикаһын бер ниндәй көрсөк һәм һынылыш та һыҙып ташлай алмаясаҡ. Шуға күрә бөгөн милләтте тергеҙеү тураһында һөйләргә кәрәкмәй. Беҙ алдыбыҙға өсөнсө мең йыллыҡта башҡорт халҡының артабанғы алға ынтылышлы үҫеше тураһында мәсьәлә ҡуйырға тейешбеҙ!  

Һәр яңы дәүер халыҡ алдына яңы бурыстар ҡуя. Бөгөн яңы шарттар тыуҙы, беҙҙең республика, башҡорт милләте үҫешенең, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы эшмәкәрлегең яңы проблемалары алғы планға сыҡты. Тап шуға күрә ХХI быуатта башҡорт халҡының үҫеш перспективаларын нисек күҙаллауымды билдәләп үтергә теләйем.

Бөгөн беҙ йәнә шуны аңларға һәм иҫәптә тоторға тейешбеҙ, хәҙерге башҡорттар – ул милләт кенә түгел, юғарыраҡ кимәлдәге берлектең – төрлө милләтле Башҡортостан халҡының органик өлөшө лә. Үткән йылдар эсендә беҙҙең төбәктәге бар этнос һәм халыҡтар вәкилдәренән торған республика халҡының берҙәм төбәк берлеге формалашты. Ошондай процестар дөйөм алғанда бар Рәсәй буйынса ла әүҙем барһын ине, тигән теләктәбеҙ!

Беҙҙә был республика дәүләт власы органдарының маҡсатлы һәм ижади сәйәсәтенең һөҙөмтәһе булды. Бар миләттәрҙе лә бер тиң хоҡуҡтар менән тәьмин итеүгә курс алынды.  Беҙ Башҡортостандың төп халыҡтары телдәрендәге матбуғат баҫмаларына ярҙам иттек, күп һанлы милли-мәҙәни берекмәләрҙе үҫтерҙек, ҡайһы бер традицион диндәр байрамын дөйөм байрамға әйләндерҙек. Ҡарағыҙ, беҙҙә күпме халыҡ-ара фестивалдәр, конкурстар үткәрелә, йыл һайын үткәрелеүсе Салауат Юлаев көндәре, Аксаков көндәре, һабантуйҙар, шәжәрә һәм башҡа матур байрамдар ойошторола.

Милләт-ара татыулыҡ һәм хеҙмәттәшлек ижтимағи аңдың нигеҙенә әйләнде. Халҡыбыҙҙың күп быуатлыҡ тарихы, ғазап сигеп яуланған дәүләтселегебеҙ ошо турала һөйләй.  

Рәсәй Федерацияһы халҡының туғандаш ғаиләһендә сәскә атыусы хәҙерге Башҡортостан – бына нимәнән ғибәрәт бар башҡорт халҡының ғорурлығы, бына нимә тураһында уның уй-ғәме, хәстәрлеге. Был беҙҙең асылыбыҙ, һәм икенсе, ниндәйҙер үҙенсәлекле  идеялар эҙләү кәрәкме икән?

Башҡортостан дәүләтселеге республикалағы бар халыҡтарҙың тормошон яҡшыртыу, уның ресурстарын мөмкин тиклем тулыраҡ файҙаланыу өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу, башҡорт милләтенең үҙ аллы үҫешеүе кеүек бер нисә фундаменталь, үҙ-ара бәйле мәсьәләләрҙе хәл итергә мөмкинлек бирә. Шул уҡ мәлдә беҙ яңы ысынбарлыҡты – милләт-ара никахтарҙың артыуын, йылдам миграция ағымдарын,  Башҡортостандың дөйөм Рәсәй иҡтисади, ижтимағи һәм сәйәси процестарына интеграцияһы көсәйә барыуын иҫәптә тоторға бурыслыбыҙ.

Шикһеҙ булған ҡаҙаныштарыбыҙҙы анализлағанда, “уңыштан баш әйләнергә” тейеш түгел. Һәр халыҡ яулап алған ҡаҙаныштарын һаҡлай белергә лә тейеш! Һәм уларҙы яҡлау ғына түгел, артабан үҫтерергә лә кәрәк. Һәр сығышҡа, дәғүәгә тейешле, иң мөһиме – аҡыллы яуап табырға өйрәнеү мөһим. Башҡорт халҡы алдында торған бындай талаптар бөгөн аҙ түгел!

Ошоноң менән бәйле башҡорттарҙың артабанғы этник консолидацияһын тәьмин итеүҙең зарурлығын иң тәүге маҡсаттарҙың береһе тип иҫәпләйем.  Ҡайһы бер эшмәкәрҙәрҙең «ысын» һәм «ысын түгел» башҡорттар, кемдеңдер йоғонтоһона эләккән башҡорттар һәм башҡа нәмә тураһында фекер йөрөтөүен тыңлауы оят. Бындай фекер әйтеү – тәрбиәһеҙлек, аңламау һөҙөмтәһе. Аңлашылып тора, бер ниндәй тел үҙенсәлеге, айырымлығына ҡарамаҫтан, күңелең менән башҡорт икәнеңде тояһың, аңлайһың икән, тимәк, һин -  башҡорт. Эш шунда, тәбиғәттә бер төрлө генә милләт юҡ, ә тулы оҡшашлыҡ башҡаларҙан  айырымланған бәләкәй халыҡтарҙа ғына булыуы мөмкин!

Төньяҡ һәм көньяҡ француздар менән сағыштырғанда, мәҫәлән, көнбайыш һәм көнсығыш башҡорттарында теле, мәҙәниәте һәм көнкүреше буйынса айырмалар күпкә кәмерәк. Әммә донъяла берәү ҙә француз милләтенең берҙәмлегенә шикләнмәй! Германияла Бавария халҡы саксондарҙан ҡырҡа айырыла, ләкин унда ла “ысын” һәм “ысын булмаған” немецтар тураһында һүҙ юҡ!  

Бер этноста тел һәм мәҙәниәт вариациялары булыуы — уның  юғары кимәлдәге үҫешенә дәлил ул.  Һәм уға ғәҙәти күренеш тип ҡарарға кәрәк, был бит ыңғай процесс!

Үҫешеүҙән туҡтаған этнос юғала – быны хәтерҙә тоторға кәрәк. Был хәрәкәт милли интеллигенция үҫеше, һәр төрлө мәҙәни йәшәйеш формалары, йәшәүгә һәләтле йолалар һәм традициялар аша бара.  

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү мөһим проблема булып тора. Башҡорт халыҡ мәҡәлендә әйтелгәнсә: «Теле юҡтың – иле юҡ, иле юҡтың – көнө юҡ».  

Беҙҙең республикала башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү өсөн күп нәмә эшләнә. «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары теле тураһында» Закон, дөйөм алғанда, теүәл үтәлә. Беҙҙә үҫешкән милли матбуғат селтәре бар. Башҡортостан юлдаш телевидениеһы популярлыҡ яулай. «Ҡурай» һәм «Туған тел» милли музыка каналдары, «Юлдаш», «Шәреҡ», «Ашҡаҙар» радиолары һәм башҡалар ойошторолған. Башҡорт интернаттары, лицейҙар, мәктәп һәм балалар баҡсалары асыла.

Статистика йәһәтенән дә барыһы ла яҡшы һымаҡ. Шулай ҙа үҙебеҙ алдында ғәҙел булайыҡ. Күрелгән сараларға ҡарамаҫтан, башҡорт телен ҡулланыу даирәһе тар булып ҡала. Башҡорт телендәге гәзит-журналдарҙы яҙҙырыусылар иҫәбе һиҙелерлек кәмей. Һәм бында уйланылған, комплекслы саралар кәрәк.

Федераль мәғариф стандартында  төбәк компонентын бөтөрөүҙәре лә милли мәғарифтың бәкәленә һуҡты. Әммә проблема бында ғына түгел!

Милли телде, традицион халыҡ мәҙәниәтен көсләп, үрҙән «күрһәтмә буйынса» биреп булмай! Әгәр ҡалалағы йәки ауылдағы башҡорт ғаиләһе башҡорт телендәге гәзит-журналды яҙҙырырға, балаларын милли мәҙәниәт рухында тәрбиәләргә, ғаиләлә туған телмәренә өйрәтергә теләмәй икән, бында дәүләт нимә менән ярҙам итһен?  

Шуны беләм, бында йәмғиәт үҙе, бигерәк тә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, башҡорт йәмәғәт ойошмалары, милли-мәҙәни үҙәктәр әүҙемлек күрһәтергә тейеш. Дәүләт менән ҡулға-ҡул тотоношоп эшләргә кәрәк, тәнҡитләргә, һөйләнергә түгел. Әйҙәгеҙ яңы мәғлүмәт технологияларын, электрон сараларҙың мөмкинлектәрен киңерәк ҡулланайыҡ.  

Икенсе яҡтан, был да мөһим, арттырып ебәрергә ярамай. Туған телде лә онотмай, әүҙемерәк рус телен, шулай уҡ сит телдәрҙе – Европа һәм көнсығыш телдәрен үҙләштерергә кәрәк. Халыҡ әйткәнсә: «Бер ҡул менән төйөн бәйләнмәй»!  Беҙҙең республика өсөн, кәм тигәндә, өс телде, йәғни туған телде, рус һәм сит ил телен белеү бик оптималь буласаҡ.   Күп тел белеү бер ҙә артыҡ түгел, ә ҙур байлыҡ, башҡорт халҡының XXI быуатта ҙур конкурент өҫтөнлөгө!

Бөгөн башҡорт халҡының үткәнен тарихи тикшеренеүгә дәүләт кимәлендә ярҙам күрһәтелә. Күптән түгел «Башҡортостандың тарихи-мәҙәни атласы», «Башҡорт энциклопедияһы» күп томлығының 5 томы, фундаменталь «История сёл и деревень Башкортостана» китабы, «Башҡорт халҡы тарихы»ның беренсе томы әҙерләнде. Беҙҙә крайҙы өйрәнеү буйынса баҫмалар бер ҡасан да былай күпләп сығарылманы!

    Башҡорт мәҙәниәте, әҙәбиәте һәм сәнғәтенә, ижади интеллигенцияға ярҙам итеү беҙҙә дәүләт сәйәсәте рангына күтәрелгән. Ижади коллективтарыбыҙ  Европа, Азия һәм Американың иң яҡшы сәхнәләрендә уңышлы сығыш яһай. Улар күп илдәрҙә тамашасылар күңелен яулаған. Республикабыҙҙың мәҙәни сәйәсәте глобалләштереүҙе артабан да унификация итеп түгел, ә  «мәҙәниәттәрҙең глобаль симфонияһы» тип ҡараясаҡ.

Илебеҙҙең башҡа төбәктәрендә, алыҫ һәм яҡын сит илдәрҙә йәшәгән башҡорттарға иғтибарыбыҙ артты. Уларҙың мәнфәғәте республиканың иҡтисади һәм мәҙәни бәйләнештәрен киңәйткәндә, килешеүҙәр төҙөгәндә иҫәпкә алынды. Контакттар, берлектәге саралар күбәйҙе.

Әммә үҙебеҙгә тәнҡит күҙлегенән ҡарайыҡ – ҡайһы бер кире тенденцияларҙы һаман да үҙгәртә алманыҡ. Бик йыш башҡа төбәктәрҙәге башҡорттарҙың тел, рухи-мәҙәни ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү менән ҡыйынлыҡтар осрай. Йәштәрҙең бер өлөшө мәҙәни ерлеген юғалтҡан. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы был мәсьәләләр менән ныҡышмалыраҡ шөғөлләнергә тейеш, тип иҫәпләйем!

Борсолоу тыуҙырған башҡа һорауҙар ҙа бар. Донъяның башҡорт халҡы тураһында халыҡ ансамблдәре һәм музей күргәҙмәләре аша ғына белеүе менән килешә алабыҙмы? Башҡорт халҡы хәҙерге заман менән йәшәүсе, динамикала үҫешеүсе милләт булырға тейеш.  Беҙ үткәндәр хаҡындағы иҫтәлектәр менән генә йәшәй алмайбыҙ. Беҙҙең маҡсат – бар милләтте модернизациялау!

Үкенескә күрә, рухи-мәҙәни тормошта һуңғы арала үҙ-үҙебеҙҙе тынысландырыу билгеләре күҙәтелә.  Беҙҙә бик шәп мәҙәниәт, фән һәм мәғариф учреждениелары бар, әммә талантлы драматургтар, режиссерҙар, актерҙар, композиторҙар, йырсылар һәм ғалимдар аҙ. Ысынлап та, фән докторҙары, Рәсәй һәм бар донъя масштабында тикшеренеүселәре булмаған тиҫтәләгән фән йүнәлештәрен һанарға мөмкин. Ижади бәхәстәр, аналитик тәнҡит, ғилми һүҙ көрәштереү, шиғыр кисәләре, музыкаль лекторийҙар, сәнғәт әһелдәренең халыҡ менән осрашыуҙары һирәгәйҙе.

Әйтергә кәрәк, киләсәк юғары рухи-мәҙәни ҡиммәттәр булдырған, компьютерҙар етештергән, Ер юлдашын орбитаға сығарған, генетика серҙәренә төшөнгән, атом серен асҡан милләттәр ҡулында. Халыҡты сәнәғәт, фән һәм эшҡыуарлыҡҡа өйрәтеүгә курс алырға кәрәк. Йәштәр араһында һәләтлеләрҙе һәм гений осҡоно булғандарҙы эҙләү мөһим.

Ҡәҙерле иптәштәр!

    Бер нисә йыл рәттән үҙәк киң матбуғат саралары үлем тыуымдан артҡан борсоулы демографик ситуация хаҡында фекер йөрөтә. Быуаттар араһындағы статистика ил халҡының йылына уртаса миллионға тиклем кәмеүен сағылдырғайны!

Үкенескә күрә, бөгөн милләт төшөнсәһе буйынса беҙҙә рәсми иҫәп алып барылмай. ЗАГС органдарында 30% яңы тыуған сабыйҙың ата-әсәһе тыуыу тураһында таныҡлыҡта балаһының милләтен күрһәтмәй. Әммә ғалим-демографтарҙың объектив тикшеренеүҙәренән күренеүенсә, беҙҙең халыҡта тыуым үлемдән күберәк. Ғүмер оҙайлығы ла арта. Рәсәй һәм Волга буйы федераль округы буйынса демографик ситуация күрһәткестәре беҙҙә — иң яҡшыларҙың береһе. Әммә был ыңғай тенденцияларҙы нығытырға ла кәрәк!

Башҡорттарҙа тыуым уларҙың башҡорт булыуына түгел, ә күбеһенең ауыл халҡы булыуына бәйле. Ә ауылдарҙа беҙҙең көндәрҙә лә күп балалы ғаиләләр – һирәк күренеш түгел. Әммә ләкин урбанизация бик күп йүнәлеш буйынса етеҙ темптар менән бара. Һәм ҡалала йәшәүсе башҡорттарҙа ла тыуым кисектергеһеҙ кәмей.

    Ҡайһы берәүҙәр демографик мәсьәләне мигранттар иҫәбенә хәл итергә тәҡдим итә.  Әммә бындай саралар төп сара була алмай! Рус, татар, сыуаш һәм башҡа халыҡтар кеүек үк, башҡорттар ҙа үҙебеҙҙең ерҙә, беҙҙең йорттарҙа ейәндәребеҙ, бүләләребеҙ йәшәүен теләй. Юғиһә, йәшәүҙең мәғәнәһе юғала. Беҙҙең халыҡта әйтелгәнсә: «Балаһыҙ ғүмер – һүнгән күмер».

Демографик сәйәсәтте яҡшыртыу өсөн нимә эшләй алабыҙ һуң? Әлеге бюджет-ара мөнәсәбәттәрҙә төбәк кимәлендә быны хәл итеүе ауыр, әлбиттә. Шулай ҙа нимәлер эшләргә мөмкин. Өс төп моментты билдәләйем:

    – беренсенән, киң мәғлүмәт саралары, мәҙәниәт, мәғариф һәм фән учреждениелары ярҙамында йәштәрҙе ғаилә ҡиммәттәре рухында тәрбиәләргә кәрәк. Ғаилә, бигерәк тә күп балалы ғаилә культы булырға тейеш. Ҡыҙҙар һәм егеттәргә йәш саҡтағы вайымһыҙ, ғәмһеҙ тормоштоң гарантияланған яңғыҙ ҡартлыҡ булыуын аңлатырға кәрәк;

– икенсенән, ауылға комплекслы ярҙам сәйәсәтен дауам итеү, унда ҡала тормошонан кәм булмаған йәшәү шарттары тыуҙырыу. Ауыл – халыҡ традицияларын һаҡлаусы һәм милләттең демографик резервы;

– өсөнсөнән, беҙҙең Дәүләт Думаһындағы, Йәмәғәт палатаһындағы вәкилдәребеҙҙән кәрәкле федераль закондарҙы ҡабул итеү буйынса инициатива күрһәтеүҙәрен талап итергә. Һөҙөмтәле демографик сәйәсәт ил кимәлендә булырға тейеш.  Бында ҡоро һүҙ һәм саҡырыуҙар ғына аҙ! Йәш ғаиләләргә аҡса менән дә, торлаҡ менән дә ярҙам итергә кәрәк.  

Ошоноң менән бәйле йәнә бер мөһим фекеремде еткерергә теләйем. Беҙҙең халыҡ дәүләткә һалыныуҙан ни тиклем тиҙерәк туҡтаһа, шул тиклем яҡшыраҡ буласаҡ! Баштан башлап балаларҙа үҙаллылыҡ, йүнселлек, белем алырға ынтылыш һәм камиллашыу тойғоһо тәрбиәләгеҙ. Ғаиләлә һәм уҡыу йорттарында тәрбиә системаһы талапсанлыҡ, уҡыуға һәм буласаҡ һөнәреңде һайлауға етди ҡараш булдырыуға нигеҙләнергә тейеш. Тормоштан рухһыҙлыҡ, ялҡаулыҡ һәм үҙ ихтыяжын ғына ҡәнәғәтләндерергә ынтылыуҙы эҙмә-эҙлекле бөтөрөргә кәрәк!

Хөрмәтле делегаттар һәм ҡунаҡтар!    

    Башҡорт халҡы хәҙер күтәрелеш осоро кисерә.  Һәм Башҡортостанды инновацион үҫеш нөктәһе, бөтә Рәсәйҙе модернизациялау усаҡтарының береһе итеп яһау беҙҙең үҙебеҙҙән тора.  

    Рухи элита милләттең ижади энергияһын ижад итеү юҫығына йүнәлтергә тейеш. Был залда ултырыусыларҙың һәр береһенең бурысы! Беҙгә үҙ   технополистарыбыҙ һәм фән ҡаласыҡтарыбыҙ кәрәк. Бының өсөн дәүләткә ҡарамаған биш йыллыҡ милли үҫеш пландары талап ителәсәк.

Беҙҙең яҡындағы стратегик маҡсат – Башҡортостанды алдынғы төбәккә әйләндереү, Рәсәй Федерацияһын модернизациялау лидерҙары иҫәбенә индереү. Иманым камил, был республикабыҙ өсөн реаль, хәлдән килерлек бурыс!

    Беҙ һеҙҙең менән ҡасандыр бөтә илгә яңғыраған “Рус түгелмен, ләкин россиян мин!” тигән һүҙҙәрҙе яҡшы хәтерләйбеҙ. Үтелгән йылдар был ысын мәғәнәһендә алдан әйтелгән хәҡиҡәт һүҙҙәрен ҡабатларға тулы хоҡуҡ бирә, сөнки хәҙер үҙгәргән республика һәм ил, федератив Рәсәй дәүләтселеге ысынбарлыҡҡа әйләнде.

Беҙ Рәсәйҙең социаль-сәйәси тотороҡлолоҡҡа өлгәшеүен, иҡтисади үҫеш темптарын, донъя аренаһында абруйы һәм йоғонтоһо күтәрелеүен юғары баһалайбыҙ.

Әммә төбәктәргә ҡарата хәҙерге сәйәсәттең етди ҡаршылыҡтарын да билдәләмәй булмай. Әгәр Федерация субъекттарының киң үҙаллығы шарттарында уларҙың күптәре ярайһы уҡ уңыштарға өлгәшһә, бөгөн иһә кәрәгенән артыҡ үҙәкләштереү, федерализмдың база принциптарын һанға һуҡмау күренештәре лә үҙен һиҙҙерә.

Быға миҫал булып түбәндәгеләр тора:

— төбәктәр менән килешмәйенсә, телдәр тураһында федераль законға Рәсәйҙә инде нығынып өлгөргән, йәш быуынды үҙ халҡы теленә һәм мәҙәниәтенә ылыҡтырыу буйынса хоҡуҡи нигеҙҙәрҙе юҡҡа сығарыусы өҫтәмәләр ҡабул итеү;

— федераль үҙәк менән төбәктәр берлектә алып барған өлкәләрҙә, федераль нормалар төбәктәргә закон сығарыу өсөн урын ҡалдырмай, закондар сығарыу практикаһын индереү;

— Федерация субъекттарының закондар сығарыу инициативаһын даими һанға һуҡмау һәм башҡалар.

Беҙ бөгөн, донъя иҡтисади көрсөгө эҙемтәләрен бөтөрөү һәм тиҙләтелгән, комплекслы модернизация сәйәсәтенә күсеү процесында, ил социаль-сәйәси трансформацияның сираттағы этабына аяҡ баҫыуын аңлайбыҙ. Үҫештең яңы йүнәлештәре һәм маҡсаттары, уларға ирешеүҙең яңы механизмдары билдәләнә. Бындай шарттарҙа илдең берҙәмлеген нығытыуҙа, үҙәк һәм төбәктәр мәнфәғәттәренең балансын тәьмин итеүҙә үҙ һөҙөмтәлелеген күрһәткән конституцион федерализм принциптарынан ситкә тайпылмау айырыуса мөһим.  

    Ғалимдар, сәйәсмәндәр бөгөн дәүләтселек, уның формалары һәм Федерация шарттарында үҫеш юлдары тураһында күп яҙалар. Рәсәй үҫешенең хәҙерге этабында башҡорттар һәм республиканың башҡа халыҡтары өсөн дәүләтселек – ул ил Конституцияһы статьяларында вәкәләттәр һәм статус ҡына түгел. Был, иң элек, дөйөм ҡағиҙәләр шарттарында тағы ла юғарыраҡ һөҙөмтәләргә өлгәшеү мөмкинлеге. Был республиканың  федераль ҡаҙна алдында түләү һәләтлелеге, эске социаль-иҡтисади проблемаларҙы хәл итеү өсөн реаль ресурстар. Хәҙерге производствоны, эшҡыуарлыҡты, инвестициялар баҙарын үҫтереүҙе, бюджет хеҙмәткәрҙәренең, ветерандарҙың, аҙ тәьмин ителгән граждандарҙың инфраструктура һәм финанс тәьмин ителешен күҙ уңында тотам.

Әлбиттә, дөйөм Ватаныбыҙҙың территориаль бөтөнлөгөн нығытырға кәрәк. Ләкин быны кире унитаризмға төшөү иҫәбенә эшләргә ярамай. Был инде үтелгән юл. Ил өсөн көслө төбәк тә, үҙ аллы ныҡлы төбәктәр ҙә, федератив мөнәсәбәттәрҙе артабан камиллаштырыу ҙа мөһим.

Беҙ Рәсәйҙең киләсәге федерализмда булыуҙы иҫбатлауҙан туҡтамаясаҡбыҙ. Артабан да, күп милләтле Рәсәйгә илдең милли-дәүләт берәмектәрен өҫтөн ҡуйған көслө дәүләт сәйәсәте кәрәк!

Башҡорттарға хас маҡсатҡа ынтылышлылыҡ, белемгә, изгелек һәм ғәҙеллек идеалдарына ынтылыу арҡаһында Башҡортостан киләсәктә лә  бөйөк Евразия державаһы сифатында аяҡҡа баҫҡан Рәсәй Федерацияһы составында лайыҡлы урын биләр, тип ышанам! Беҙҙең өҫтөнлөк – милләт-ара хеҙмәттәшлек! Беҙҙең маҡсат – республиканы һәм милләтте модернизациялау! Бына ни өсөн беҙ иртәгәһе көнгә ышаныс менән бағабыҙ!

Мөхтәрәм туғандар!

Беҙ, өлгәшкән ҡаҙаныштарыбыҙға, милләт-ара татыулыҡҡа таянып, ышаныслы алға барабыҙ. Шуға күрә лә Башҡортостаныбыҙҙың именлегенә һәм уның сәскә атыуына ныҡлы ышанабыҙ.

Башҡорт халҡы башҡа милләттәр менән быуаттар буйына бер туғандай матур ғүмер иткән. Дуҫлыҡ беҙҙең уртаҡ хазинабыҙ. Өсөнсө йыйын – халыҡ хәтерендә оло байрам булып ҡаласаҡ. Делегаттар дәүләт һәм милләт мәнфәғәттәрен сағылдырған ҡарарҙар ҡабул итер тип ышанам.

    Бөтәгеҙгә лә ныҡлы һаулыҡ, бәхет һәм уңыштар теләйем!

    Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт!”

    

темалар: ҡоролтай