Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63 ↓

EUR 70.36 ↑

18 ноябрь, Шәмбе

Уфа   °

Урбанизация башҡорт этносы алдында яңы бурыстар ҡуя

Сәйәсәт

— Ғалим-демографтарҙың объектив тикшеренеүҙәренән күренеүенсә, беҙҙең халыҡта тыуым үлемдән күберәк. Ғүмер оҙонлоғо ла арта. Рәсәй һәм Волга буйы федераль округы буйынса демографик ситуация күрһәткестәре беҙҙә — иң яҡшыларҙың береһе. Әммә был ыңғай тенденцияларҙы нығытырға ла кәрәк! – тип билдәләне III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының пленар ултырышындағы сығышында республика башлығы.

Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимовтың әйтеүенсә, «Башҡорттарҙа тыуым уларҙың башҡорт булыуына түгел, ә күбеһенең ауыл халҡы булыуына бәйле. Ә ауылдарҙа беҙҙең көндәрҙә лә күп балалы ғаиләләр – һирәк күренеш түгел. Әммә ләкин урбанизация бик күп йүнәлеш буйынса етеҙ темптар менән бара. Һәм ҡалала йәшәүсе башҡорттарҙа ла тыуым кисектергеһеҙ кәмей».

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть