10 декабрь, Шәмбе

10 июнь 2010 йыл, 16:11

Бар башҡорттар ҙа тел, рухи-мәҙәни ихтыяжын ҡәнәғәтләндерә алырға тейеш

автор: Евгений Рәхимҡолов

Ҡайҙа йәшәүҙәренә ҡарамаҫтан, бар башҡорттар ҙа тел, рухи-мәҙәни ихтыяжын ҡәнәғәтләндерә алырға тейеш. Шундай фекерен белдерҙе бөгөн  III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының пленар ултырышында Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов.

—Ҡайһы бер кире тенденцияларҙы һаман да үҙгәртә алмауыбыҙҙы танырға кәрәк, — тине ул. — Бик йыш башҡа төбәктәрҙәге башҡорттарҙың тел, рухи-мәҙәни ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү менән ҡыйынлыҡтар осрай. Йәштәрҙең бер өлөшө мәҙәни ерлеген юғалтҡан. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы был мәсьәләләр менән ныҡышмалыраҡ шөғөлләнергә тейеш, тип иҫәпләйем!