11 декабрь, Йәкшәмбе

10 июнь 2010 йыл, 16:03

«Мәҙәниәттәрҙең глобаль симфонияһы» –Башҡортостандың милли сәйәсәте нигеҙе

автор: Евгений Рәхимҡолов

«Башҡортостандың мәҙәни сәйәсәте глобалләштереүҙе унификация итеп түгел, ә  «мәҙәниәттәрҙең глобаль симфонияһы» тип ҡараясаҡ». Шулай тип иҫәпләй республика башлығы Мортаза Рәхимов.

— Башҡорт мәҙәниәте, әҙәбиәте һәм сәнғәтенә, ижади интеллигенцияға ярҙам итеү беҙҙә дәүләт сәйәсәте рангына күтәрелгән, — тине ул бөгөн III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының пленар ултырышында. — Беҙҙең ижади коллективтарыбыҙ  Европа, Азия һәм Американың иң яҡшы сәхнәләрендә уңышлы сығыш яһай. Улар күп илдәрҙә тамашасылар күңелен яулаған.

Бынан тыш, Президент әйтеүенсә, һуңғы арала республика етәкселегенең илебеҙҙең башҡа төбәктәрендә, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙә йәшәгән башҡорттарға иғтибары артты. Уларҙың мәнфәғәте республиканың иҡтисади һәм мәҙәни бәйләнештәрен киңәйткәндә, килешеүҙәр төҙөгәндә иҫәпкә алына.