3 декабрь, Шәмбе

09 июнь 2010 йыл, 14:30

Ауыл биләмәләрендә йәштәр менән иң яҡшы эшләүгә конкурс иғлан ителде

автор: Эльмира Сабирова

Башҡортостанда ауыл биләмәләрендә йәштәр менән эште иң яҡшы ойоштороуға конкурста ҡатнашыуға эштәр ҡабул ителә башланы.

Профессиональ оҫталыҡҡа был ярыш республикала өсөнсө йыл рәттән үткәрелә, һәм ул ауылда йәштәр менән эшләү һөҙөмтәлелеген күтәреүгә, уның проблемаларын хәл итеүҙә инновацион методика һәм ҡараштарҙы дөйөмләштереү һәм таратыуға йүнәлтелгән.

Конкурс ике этапта үткәрелә: 15 авгусҡа тиклем — район кимәлендә һәм 1 сентябрҙән 1 октябргә тиклем — республика кимәлендә.

Эштәр түбәндәге критерийҙар буйынса баһаланасаҡ: биләмә территорияһында йәштәр советының булыуы, күмәк спорт саралары үткәреү, буш ваҡытты ойоштороуҙың төрлөлөгө, йәштәр башланғыстарын яҡлау һәм башҡалар.

Финалға биш иң яҡшы ауыл биләмәһе сығасаҡ. Улар иҫәбенән конкурс комиссияһы  дипломдар һәм ҡиммәтле приздар менән бүләкләнәсәк еңеүселәрҙе һайлап аласаҡ.

Ентекле мәғлүмәттәр БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығының рәсми сайтында — www.minsport02.ru. Телефон: 8(347)251-57-11.