3 декабрь, Шәмбе

09 июнь 2010 йыл, 14:07

Дәүләт Думаһында Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ буйынса совет төҙөлдө

автор: Любовь Колоколова

Дәүләт Думаһы Рәйесе ҡарамағында Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ буйынса совет төҙөлдө, уның составына Рәсәй Федерацияһының Сауҙа-сәнәғәт палатаһы вәкилдәре инде. Совет бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү өлкәһендә хоҡуҡи көйләү торошона анализ һәм баһа биреүсе, был өлкәлә закондар ҡулланыу мониторингын бойомға ашырыусы кәңәшмә һәм эксперт органы булып тора, тип хәбәр итә «Альянс Медиа» Рәсәй эшлекле порталы.

РФ Сауҙа-сәнәғәт палатаһы Советҡа яҡын киләсәккә бәләкәй һәм урта бизнесты үҫтереү буйынса үҙенең закон сығарыу тәҡдимдәрен ебәрергә планлаштыра (атап әйткәндә, тәҡдимдәрҙең береһе — юридик шәхестәрҙең Берҙәм дәүләт реестрында, шәхси эшҡыуарҙарҙың Берҙәм дәүләт реестрында бирелгән мәғлүмәттәрҙе үҙгәртеү тураһында теркәү органына хәбәр итеү срогын 3 көндән 10 көнгә тиклем арттырырға).

Әйтергә кәрәк, Башҡортостан Республикаһы Сауҙа-сәнәғәт палатаһы ҡарамағында Эшҡыуарлыҡ буйынса комитет беренсе йыл ғына эшләмәй, уның иҫәбендә төбәктә бәләкәй һәм урта бизнесты үҫтереүгә булышлыҡ итеүсе мөһим ҡарарҙар байтаҡ.

темалар: эшҡыуарлыҡ