Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.00 ↓

EUR 66.08 ↑

27 июнь, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөгә III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаттары килә башланы

Сәйәсәт

БР Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтай Йортонда бөгөн III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаттарын теркәү алып барыла.

Делегат танытмаларын тәүгеләрҙән булып Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе Нурмөхәмәт Ниғмәтуллин, Рәсәй фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры Фирҙәүес Хисамитдинова һәм Ханты-Манси автономиялы округының “Дуҫлыҡ” мәҙәниәт-ағартыу йәмғиәте рәйесе Мөҙәрис Мәжитов алды.

— Бына ун йылдан ашыу беҙ Нижневартовск ҡалаһында халҡыбыҙ мәҙәниәтен күтәрәбеҙ. Әлеге ваҡытта беҙҙең йәмәғәт ойошмаһында утыҙға яҡын ағза иҫәпләнә. Округ биләмәһендә иһә йәмғеһе һигеҙ мең ярым башҡорт йәшәй. 2004 йылда Төмән өлкәһендә беренсе тапҡыр башҡорт ырыуҙары һыбайлылары парадын ойошторҙоҡ. 2007 йылда Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй составына инеүенә 450 тулыуға арналған тантаналы саралар үткәрҙек. Әле сираттағы һабантуйға әҙерләнәбеҙ, ул 13 июндә үтәсәк, — тип һөйләне “Башинформ” агентлығына Мөҙәрис Мәжитов.

Күптән борсоған мәсьәләләр хаҡында иҫкә алып, Нижневартовскиҙа һаман да Башҡортостан юлдаш телевидениеһын ҡарарға мөмкинлек булмауы, башҡорт телен өйрәнеү менән ауырлыҡтар булыуы хаҡында хәбәр итте Мәжитов. "Халыҡ-ара конгреста был мәсьәләләрҙе беҙ мотлаҡ күтәреп сығасаҡбыҙ”, — тине “Дуҫлыҡ” йәмғиәте рәйесе.

Көндөң тәүге яртыһында III Бөтә донъя ҡоролтайы делегаттары булып Ҡырым Автономиялы Республикаһы, Һарытау, Томск, Сахалин өлкәләре, Рәсәйҙең йәнә бер нисә төбәге, алыҫ һәм яҡын сит илдәр вәкилдәре теркәлде.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, делегат булып 851 кеше һайланған.

Регистрация киске сәғәт туғыҙға тиклем дауам итәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть