3 декабрь, Шәмбе

09 июнь 2010 йыл, 11:23

Өфөлә беренсе йәштәр ҡоролтайы үтәсәк

автор: Эльмира Сабирова

III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сиктәрендә 10 — 11 июндә Өфөлә Беренсе башҡорт йәштәре ҡоролтайы үтәсәк.  

Уны БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығы менән “Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)” халыҡ-ара йәмәғәт берекмәләре ойошмаһы Башҡарма комитетының Йәштәр советы ойоштора.  

БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығынан билдәләүҙәренсә, баш ҡалаға республиканың бар район һәм ҡалаларынан, Рәсәй төбәктәренән һәм сит илдәрҙән 700-ҙән ашыу делегат йыйыласаҡ. Йәштәр съезына бай программа әҙерләнә. 10 июндә ҡала буйынса күргәҙмә экскурсия, Салауат Юлаев һәйкәленә сәскәләр һалыу тантанаһы ойоштороласаҡ һәм башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары ҡатнашлығында «Башҡорт халҡына хат» концерты үтәсәк. Киләһе көндә, 11 июндә, Конгресс-холда Беренсе башҡорт йәштәре ҡоролтайының пленар ултырышы үткәрелә, унда милли мәғариф һәм тәрбиә, демография һәм башҡа мәсьәләләр ҡараласаҡ.  

Форум эше һөҙөмтәләре буйынса Йәштәр советының яңы составы һайланасаҡ, унда 40-тан ашыу кеше инәсәк. Делегаттар шулай уҡ резолюция һәм башҡорт йәштәренә мөрәжәғәт ҡабул итәсәк.

Ойоштороусылар был сараның йәштәргә берләшергә, тупланған тәжрибәләре менән уртаҡлашырға, шулай уҡ Рәсәй үҫешенең көнүҙәк мәсьәләләрен хәл итеүгә ҡушылырға ярҙам итер, тип өмөтләнә.