Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63

EUR 61.44

19 февраль, Йәкшәмбе

Уфа   °

«Өфө» аэропортында VIP-модификациялы вертолеттың презентацияһы үтте

Иҡтисад

Өфө аэропортында AgustaWestland инглиз-итальян компанияһының AW139 моделле вертолетының презентацияһы үтте. Ошондай винт ҡанатлы машиналарҙың береһе «Өфө» халыҡ-ара аэропортында файҙаланасаҡ: уны «ЮтЭйр» авиакомпанияһы һатып алырға ниәтләй.

Компания хеҙмәткәрҙәре —вертолет етештереүсе заводтың Рәсәйҙәге дистрибьюторы Евгений Окладников һәм Рәсәй Федерацияһындағы презентациялар буйынса төбәк менеджеры Альберто Понти — урындағы журналистар менән осрашып, уларҙы осоу барышында AW139 вертолетының үҙенсәлектәре менән танышырға мөмкинлек бирҙе. Репортерҙарҙың барыһы ла билдәләгән иң мөһим нәмә — ниндәй ҙә булһа шау-шыуҙың һәм вибрацияның булмауы, юғары кимәлдәге уңайлыҡ. Вертолет салонында үҙеңде ҡиммәтле лимузинда йәки хужаңдың кабинетында кеүек хис итәһең: күн тарттырылған креслолар, заманса панелдәр, аудио- һәм видео-системалар, кондиционер. Пассажирҙар менән пилоттарҙы аралап оҙонса түңәрәк иллюминаторлы стена ҡуйылған.

Евгений Окладников яңылығы менән уртаҡлашты: «Оборонпром» корпорацияһы менән AgustaWestland Рәсәйҙә AW139 вертолетын йыйып етештереү буйынса берлектәге предприятие ойоштороу тураһында килешеүгә ҡул ҡуйған. Ул йәнә Башҡортостандың Рәсәйҙең иҡтисади яҡтан үҫешкән төбәктәренең береһе булыуы, тәбиғәтенең матурлығы, ҡала һәм ауылдарҙың төҙөклөгө, республика халҡының алсаҡлығы хаҡында ла йылы һүҙҙәрен йәлләмәне.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть