Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.54 ↑

EUR 67.68 ↓

29 июнь, Кесе йома

Уфа   °

Өфө өс байрамға әҙерләнә

Йәмғиәт

Өфө Ҡала көнөн, Рәсәй көнөн һәм Салауат Юлаев көндәрен байрам итеүгә әҙерләнә. Байрам алдынан республиканың баш ҡалаһында бер нисә рәсми һәм мәҙәни-тамаша саралары планлаштырылған.  

10 июндә, мәҫәлән, Салауат Юлаев һәйкәленә сәскәләр һалыу тантанаһы үткәреләсәк. Бынан һуң Салауат Юлаев исемендәге майҙанда “Беҙ бергә” байрам программаһы башлана.

11 июндә Ҡала мәҙәниәт һарайында «Интернет-Өфө 2010» сайттар конкурсының финалы үткәрелә. Ошо уҡ көндө Нижегородка биҫтәһендәге “Йәдкәр” мәҙәниәт йортонда — «Бәхет хаҡында йырлай Өфө» күңел асыу программаһы, ә Яңы Черкассы ҡасабаһындағы «Заря» мәҙәниәт йортонда «Өфө – Башҡортостан Республикаһының йөрәге» концерт программаһы ойошторола. Төп байрам саралары иһә ҡалала 12 июнгә билдәләнгән.

Теги: байрамдар
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть