11 декабрь, Йәкшәмбе

08 июнь 2010 йыл, 15:38

Республикала быйыл йәй 94 ҡаланан ситтәге лагерь эшләйәсәк

автор: Эльмира Сабирова

Ойошҡан ялдың иң талап ителгән һәм популяр формаларының береһе булып элеккесә балалар сәләмәтләндереү үҙәктәре тора.

Башҡортостанда быйыл йәй 94 ҡаланан ситтәге лагерь эшләйәсәк. Бөгөн уларҙың 37-һе асыҡ, һәм унда республиканың бөтә мөйөштәренән биш меңдән ашыу бала ял итә. Ҡалған  57-һе был ай аҙағында асыласаҡ.

БР Мәғариф министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн алты йәштән 16 йәшкә тиклемге 103 мең самаһы малай һәм ҡыҙ ял итеү, сәләмәтләндереү һәм мәшғүллектең бөтә формалары менән солғап алынған. Йәйге каникулдар осоронда бөтәһе 401 мең баланы ял иттерергә планлаштырыла.

темалар: йәйге ял