9 декабрь, Йома

08 июнь 2010 йыл, 14:54

«Алтын балыҡ» Октябрьскийҙа өфөләрҙе «алтын» итте

автор: Дмитрий Слезин

Октябрьский ҡалаһында йөҙөү буйынса «Алтын балыҡ» республика беренселеге тамамланды.

«Башинформ» агентлығына БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ярыштарҙа Өфөнән, Салауаттан, Туймазы, Нефтекама, Стәрлетамаҡ, Үрге Йәркәй һәм Ишембайҙан туғыҙ команда ҡатнашҡан.  

9 — 10 йәштәрҙәге ҡыҙҙар һәм 11-12 йәштәрҙәге малайҙар 50, 100, 200, 400, 800 һәм 1500 метр дистанцияларҙа һәр төрҙә — брасс, баттерфляй, арҡала һәм ирекле стилдә ярышҡан.

Турнирҙы БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығы һәм Октябрьский ҡалаһы ҡала округы хакимиәте ойошторған.

Беренсе урынды — Өфө командаһы, икенсене – Салауат, өсөнсөнө Туймазы командаһы алған.

темалар: йөҙөү