2 декабрь, Йома

08 июнь 2010 йыл, 15:09

ӨМЭПБ-ның «Общепит» предприятиеһы III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы көндәрендә арт-класс күрһәтә

автор: Любовь Колоколова

«Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең «Общепит» предприятиеһы хеҙмәткәрҙәре III Бөтә донъя башҡорттары көндәрендә республика ҡунаҡтарына һәм “татлы цех” буйынса хеҙмәттәштәренә «Сәскә ат, тыуған Башҡортостан!» темаһы менән берләштерелгән арт-класс күрһәтәсәк. Һәр төрлө кулинар һәм кондитер продукцияның күргәҙмәһе ҡоролтайҙың төп саралары үтәсәк “Нефтсе” мәҙәниәт һарайында ойошторола.

Үҙенең экспозицияһында «Общепит» оҫталары нимә күрһәтергә йыйыналыр, улар әлегә серен сисмәҫкә булды. Әммә бар ризыҡтар ҙа, кондитер изделиелар ҙа тәмле, ҡарауға матур һәм милли стилдә биҙәлгән буласаҡ, тип ышандырҙы.

Арт-кластың генераль репетицияһы БР Эшҡыуарлыҡ һәм сауҙа дәүләт комитеты инициативаһы буйынса үткәрелгән «Башҡорт милли кухняһы – республика байлығы» фестивале сиктәрендә ӨМЭПБ ашханаларында һәм кафетерийҙарында  үткән.

«Общепит» предприятиеһында әйтеүҙәренсә, бишбармаҡ, өлөш кеүек башҡорт аштары, ҡамыр ашынан – ғөбәҙиә, ваҡ бәлеш, туҡмас, ҡыҫтыбый, кулинар изделиеларҙан – сәк-сәк, бауырһаҡ һәм башҡалар халыҡ араһында ҙур һорау менән файҙалана. Эҫе көндәрҙә халыҡ айранды ла теләп ала.