Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.33 ↑

EUR 67.45 ↓

18 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Халыҡты социаль яҡлау – депутаттарҙың иғтибар үҙәгендә

Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Президиумының бөгөнгө 30-сы ултырышы Башҡортостан парламентының 17 июндә үтәсәк 26-сы пленар ултырышы көн тәртибен билдәләне.

Уға индерелгән мәсьәләләрҙең күбеһе – республика закон проекттары, улар – 30. Өсәүһе өсөнсө уҡыуҙа ҡараласаҡ, ә икенсе уҡыуҙа ҡаралырға тейешле 12 мәсьәләнең туғыҙы тулыһынса ҡабул ителер, моғайын. Беренсе уҡыуҙа ҡабул иткәндән һуң уларға иҫкәрмәләр һәм төҙәтеүҙәр килмәне.  

Депутаттарҙа беренсе уҡыуҙа ҡарауға тәҡдим ителгән ҡайһы бер закон проекттары ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Беренсе сиратта, был пенсия капиталын валоризациялау менән бәйле ҡартлыҡ буйынса пенсия күләмен индексациялау өлөшөндә федераль закондарҙың үҙгәреүе менән бәйле БР Хөкүмәте тарафынан әҙерләнгән һәм индерелгән «Башҡортостан Республикаһыының айырым ҡануниәт акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында» БР Законы проекты; «Башҡортостан Республикаһы мировой судьяларының эшмәкәрлеге тураһында мәғлүмәттең асыҡлығын тәьмин итеү тураһында», «Башҡортостан Республикаһында хоҡуҡ тәртибен боҙоуҙарҙы иҫкәртеү тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында» БР Закондары проекттары.

Депутаттар шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының айырым суд участкаларының мировой судьялары вазифаһына ете кандидатураны һәм «Рәсәй Федерацияһында сауҙа эшмәкәрлеген дәүләт көйләүе нигеҙҙәре тураһында» Федераль законға үҙгәрештәр индереү тураһында» Федераль закон проектын Дәүләт Думаһына индереү буйынса БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың закон сығарыу инициативаһын ҡараясаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть