5 декабрь, Дүшәмбе

08 июнь 2010 йыл, 14:32

ӨМЭПБ-ла утҡа сыҙамлы яңы иретмә файҙалана

автор: Любовь Колоколова

“Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе” асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә прогрессив технологиялар һәм инновацион материалдар ҡулланыу продукция сифатын яҡшыртырға ғына түгел, ярайһы ҙур суммаларҙы экономияларға ла мөмкинлек бирә. Бер йыл элек, мәҫәлән, ӨМЭПБ-ның бер нисә цехында ҡорамалдарҙың йылытыу элементтарында нихром урынына арзаныраҡ материал – еврофехраль файҙалана башланы.

«Әлегә был һүҙ ҡолаҡҡа ят һымаҡ яңғырай, әммә заводтың ҡойоу һәм термик бүлексәләрендә яңылыҡты баһалап өлгөрҙөләр», — тинеләр предприятиенан.

Белгестәр аңлатыуынса, бер нисә мөһим характеристикаһы буйынса еврофехраль нихромдан күпкә өҫтөн.  Эшләгәндә яңы иретмәнең максималь температураһы 1350 градус тәшкил итһә, нихромда ул 1200-гә тиң. Йәнә составы буйынса утҡа сыҙамлы иретмә күпкә арзаныраҡ килеп сыға: унда, мәҫәлән, ҡиммәтле никель юҡ. Еврофехраль ҡулланыу арҡаһында берекмә алты миллион самаһы һумды һаҡлап алып ҡалған.