3 декабрь, Шәмбе

08 июнь 2010 йыл, 15:28

Мәктәп ашханаһында туҡланыусы балалар һаны артты

автор: Эльмира Сабирова

Һуңғы биш йылда Өфөнөң мәктәп ашханаларында ойошҡан рәүештә туҡланыусы уҡыусылар һаны 2009-2010 уҡыу йылында 11 процентҡа артты. Был турала 8 июндә мэрияла үткән кәңәшмәлә Өфө хакимиәтенең ҡулланыусылар баҙары идаралығы начальнигы Ирина Рублева хәбәр итте.    

2009-2010 уҡыу йылында 92 меңдән ашыу уҡыусы мәктәптә туҡланды. Ирина Евгеньевна билдәләүенсә, артыу башлыса ата-әсәләр средстволары иҫәбенә, бөгөн ундайҙар 72 процент тәшкил итә, 25  проценты ҡала бюджеты средстволары иҫәбенә, ә балаларҙың өс проценты мәктәп ашханаһында ашамай.

— Статистика буйынса, 37 мең башланғыс мәктәп уҡыусыһы (1–4 кластар) ҡайнар аш менән 100 процентҡа солғап алынған, — тине Ирина Рублева. – 46 мең уртаса йәш категорияһы уҡыусылары (5–9 кластар) – 98 процентҡа, 11 мең өлкән класс уҡыусыларынан ни бары 94  проценты ғына. Уларҙың күптәре буфет продукцияһын өҫтөн күрә.

Күп балалы, аҙ тәьмин ителгән һәм имен булмаған ғаиләләрҙән уҡыусылар туҡланыуға дотация ала. Бындай балалар быйылғы уҡыу йылында 20221 булды.

— Балаларҙың һаулығын һаҡлау маҡсатында ҡалала мәктәп туҡланыуын контролгә алыуҙы яҡшыртыу буйынса эш алып барыла, — тине Ирина Рублева. – Яңы кулинар блюдолар һәм кондитер изделиелары әҙерләнелә, аш-һыу әҙерләүҙең прогрессив технологиялары һәм хеҙмәтләндереү формалары индерелә. Бөгөн был айырыуса мөһим, сөнки һуңғы йылдарҙа уҡытыу процесы ярайһы уҡ ҡатмарлы, һәм балалар күп ваҡытын мәктәптә үткәрә.

Шуны ла әйтергә кәрәк, 2007 йылда баш ҡалала «Мәктәп һөтө» системаһы индерелде, уға ярашлы башланғыс класс уҡыусыларына аҙнаһына өс тапҡыр бушлай һөт бирелә. Бының өсөн 2010 йылға ҡала бюджетында 36 миллион һумдан ашыу аҡса ҡаралған.

Өфө мэры Павел Качкаев, тулы туҡланыу – балаларҙың һаулыҡ нигеҙе, шуға күрә мәктәптә ашатыу сифатлы һәм арзан булырға тейеш, тип билдәләне.

темалар: мәғариф