9 декабрь, Йома

08 июнь 2010 йыл, 13:43

Быйыл I кварталда «Бала табыу сертификаты» буйынса 91 миллион һум аҡса инде

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Рәсәй Социаль страховкалау фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса төбәк бүлексәһенә 2010 йылдың беренсе кварталында «Бала табыу сертификаты» программаһы буйынса 91 миллион һумдан ашыу аҡса килде. Шуның 24 миллион 840 мең һумы – ҡатын-ҡыҙҙар консультацияларынан, 50 миллион 592 мең һумы — бала табыу йорттарынан, 15 миллион 583 мең һумы — балалар поликлиникаларынан.

Алынған средстволар медицина персоналына хеҙмәт хаҡы түләүгә, дауалау-профилактика учреждениеларының матди-техник базаһын нығытыуға йүнәлтелде. Былар барыһы ла ауырлы ҡатындарҙы, яңы тыуған сабыйҙарҙы медицина хеҙмәтләндереүе сифатына ла ыңғай йоғонто яһаны.

Бала табыу сертификаттары программаһын тормошҡа ашырыу республикала тотороҡло демографик хәлде һаҡлауға ла булышлыҡ итә, тип иҫәпләйҙәр РФ Социаль страховкалау фондының БР буйынса төбәк бүлексәһендә. Мәҫәлән, әгәр былтыр ошо уҡ осорҙа бала табыу сертификаттары алған әсәләрҙең 13183 балаһы тыуһа, быйыл беренсе кварталда 13518 бала (ҡыҙҙар — 6604, малайҙар — 6914) тыуҙы, улар араһында 97 игеҙәк һәм бер 3 игеҙ бала. Был Рәсәйҙә яңы тыуған сабыйҙар һаны буйынса – бишенсе, Волга буйы федераль округында беренсе һөҙөмтә.