4 декабрь, Йәкшәмбе

08 июнь 2010 йыл, 12:25

БДАУ студенттары Бөрйән районында экологик акция үткәрҙе

автор: Эльмира Сабирова

Башҡорт дәүләт аграр университеты студенттары һәм хеҙмәткәрҙәре Бөрйән районында экологик акция үткәрҙе. Биш көн буйына улар "Шүлгәнташ" ҡурсаулығы биләмәһен сүп-сарҙан таҙартты.

Вуздың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бөтә был ваҡыт эсендә Ағиҙел йылғаһы ярында ҡоролған лагерҙа ижад, эшһөйәрлек, сәләмәт йәшәү рәүеше атмосфераһы хөкөм һөрҙө. Кисен студенттар етәкселәре менән бергә футбол, волейбол уйнаны, усаҡ эргәһендә йырҙар йырланы.

Бөрйән районы халҡы үҙ сиратында БДАУ-ҙың экологик десантында ҡатнашыусыларҙы бал музейы экспозицияһы менән таныштырҙы, унда аграр секторҙың буласаҡ белгестәре солоҡ балын нисек алыуҙары хаҡында лекция тыңланы, студенттар өсөн шулай уҡ бөтә донъяға билдәле Шүлгәнташ мәмерйәһенә экскурсия ойошторҙолар.

Университеттың тәбиәүи эш буйынса начальнигы Рузил Йәғәфәров, бындай сәфәрҙәр экология буйынса белемдәрен практикала нығытыу, Башҡортостандың экосистемаһын һаҡлау ғына түгел, студенттарҙың команда рухын нығытырға ла булышлыҡ итә, тип билдәләне.

Әйткәндәй, быйыл БДАУ үҙенең 80 йыллығын билдәләйәсәк. Ошо ваҡиға хөрмәтенә университетҡа “Шүлгәнташ” ҡурсаулығынан өс километр алыҫлыҡта уҡыу-практика эштәре алып барыу өсөн 50 гектар ер бүлделәр.

темалар: йәштәр