Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.27 ↓

EUR 62.92 ↑

25 май, Кесе йома

Уфа   °

Өфөлә «Косметология-Professional» махсус күргәҙмәһе асылды

Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә «Косметология-Professional» махсус күргәҙмәһе асылды.

Уны ойоштороусылар иҫәбендә – Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте, Башҡортостан күргәҙмә компанияһы, Башҡортостан Республикаһының Сауҙа-сәнәғәт палатаһы, Башҡорт дәүләт медицина университеты.

Бөгөнгә был төбәгебеҙҙәге косметология һәм эстетик медицина өлкәһендәге берҙән-бер тар махсус күргәҙмә ваҡиғаһы. Унда ҡатнашыусылар матурлыҡ салондары өсөн ҡорамалдар һәм профессиональ косметика күрһәтә, үҙ-үҙеңде тәрбиәләү буйынса консультациялар үткәрә. Бында килеүселәр теоретик белем алыу ғына түгел, заманса beauty-индустрияның өр-яңы ҡаҙаныштарын да күрәсәк.

Экспозицияла Башҡортостандың төрлө ҡалаларынан һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән 40-тан ашыу компания ҡатнаша. Күргәҙмәнең төп ваҡиғаһы булып косметология буйынса ҡала конкурсы торасаҡ.

9 июндә күргәҙмә сиктәрендә массаж технологиялары форумын асыу үткәрелә, уны ойоштороусы – Башҡортостан массаж яһаусылар ассоциацияһы. «Косметология-Professional» күргәҙмәһе үҙ эшен 10 июндә тамамлай.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть