5 декабрь, Дүшәмбе

08 июнь 2010 йыл, 11:33

Башҡортостан предприятиелары – Рәсәйҙең иң яҡшы экспортерҙары

автор: Эльвира Латипова

«Рәсәйҙең 2009 йылдағы иң яҡшы экспортеры» исеменә лайыҡ булыусылар араһында Башҡортостан предприятиелары байтаҡ. Федераль конкурсты Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы үткәрҙе.  

Еңеүселәр исемлегендә: «Салауатнефтеоргсинтез», «Стәрлетамаҡ нефтехимия заводы», «Белорет металлургия комбинаты», «Нефтекама автозаводы», «Витязь» машиналар эшләү компанияһы», «Күмертау авиация производство предприятиеһы» һәм «Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәттәре, «Башкортостан Республикаһының Нефть-химия эшкәртеү институты» дәүләт унитар предприятиеһы, «Уралтехнострой корпорацияһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, «Гидравлика» Өфө агрегат предприятиеһы» федераль дәүләт унитар предприятиеһы.

Дөйөм алғанда, комиссия Рәсәйҙең 51 предприятиеһын һайлап алды.

РФ Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы хәбәр итеүенсә, конкурс сәнәғәттең 16 төп тармағында өс номинация буйынса үткәрелде: «Рәсәйҙең иң яҡшы тармаҡ экспортеры», «Рәсәйҙең БДБ илдәренә иң яҡшы тармаҡ экспортеры» һәм «Тармаҡтың иң ыңғай үҫешеүсе экспортеры».

Конкурс заявкаларын РФ Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығының Тышҡы иҡтисади мөнәсәбәттәр департаменты ҡараны.

Еңеүселәрҙе наградлау тантанаһы 1 июлдә Рәсәй Сит ил эштәре министрлығы ҡарамағындағы Дипломатик корпусты хеҙмәтләндереү буйынса баш идаралыҡтың Мәҙәниәт үҙәгендә үткәреләсәк.