7 декабрь, Шаршамбы

08 июнь 2010 йыл, 10:24

Өфөнөң Сипайлово биҫтәһендә яңы мәктәп төҙөлә

автор: Юлай Мәғсүмов | фото: Лидия Йәнбәкова | фото: Лидия Янбекова

Өфөнөң «Сипайлово – 3» биҫтәһендә заманса дөйөм белем биреү мәктәбе төҙөлөшө тамамланып килә.

Сипайловола яңы мәктәп күптән кәрәк ине. Өфөнөң был халыҡ күп йәшәгән урын булараҡ билдәле биҫтәһе, — бында 120 меңдән ашыу кеше йәшәй, — бөгөн социаль тәғәйенләнештәге объекттарға, тәү сиратта мәктәп, балалар баҡсаһына мохтаж. Әлеге ваҡытта Сипайловола 10 дөйөм белем биреү мәктәбе эшләй.

2008 йылда Гагарин урамында урта дөйөм белем биреү мәктәбе төҙөлә башлауын мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре лә, микрорайон халҡы ла шатланып ҡабул итте.  

Төҙөлөш эргәһендәге 38-се, 141-се мәктәптәрҙә дөйөм алғанда 2700-ҙән ашыу уҡыусы белем ала, тейешле норманан был күпкә артыҡ. Учреждениелар тулы кластар менән ике сменала эшләй. 825 урынға иҫәпләнгән яңы мәктәптең асылыуы был был көсөргәнешлекте кәметергә, яҡын тирәләге уҡыу йорттары эшмәкәрлегенә оптималь шарттар булдырырға мөмкинлек бирәсәк. Был турала «Башинформ» агентлығына Өфөнөң Октябрь районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән хәбәр иттеләр.

11,4 мең квадрат метр майҙанлыҡ дүрт ҡатлы яңы заманса бинала уҡыусыларҙың белем алыуы өсөн бар уңайлыҡтар ҙа ҡаралған. Иркен яҡты кластар, китапхана, спорт һәм йыйылыш залдары, ашхана, медицина кабинеты белем алыуға ғына түгел, уҡыусыларҙың физик һәм рухи үҫешенә лә булышлыҡ итәсәк.

Объект төҙөлөшө заказсыһы булып — «Өфө ҡалаһының инвестицион-төҙөлөш комитеты» муниципаль унитар предприятиеһы («ИСК г.Уфы»), генподрядчигы булып «СУ-10» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте сығыш яһай. Смета хаҡы – 232,3 миллион һум. Средстволар республика бюджетынан бүленгән.

Әлеге ваҡытта был мөһим социаль объектта төп бинаның ҡыйығы ябыла, хужалыҡ блогы төҙөлөшө алып барыла, тышҡы инженер селтәрҙәре һуҙыла. Мәктәпте быйыл асыу планлаштырыла.