9 декабрь, Йома

08 июнь 2010 йыл, 9:59

Раил Сарбаев: Мәшғүллек программалары бәләкәй бизнесҡа яңы мөмкинлектәр аса

автор: Михаил Сытин

7 апрелдә үткәрелгән кәңәшмәлә БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә, бигерәк тә мәшғүллек программаларының мөһимлегенә айырым иғтибар йүнәлтте.  

– Үҙ эшен асҡан һәр эшһеҙ граждан, 59 мең һум субсидиянан тыш, өҫтәмә рәүештә эшкә ҡабул иткән һәр кеше өсөн шул тиклем үк аҡса ала. Ошо яңы шарттарҙы иҫәпкә алып, республикабыҙҙа мөмкин тиклем күберәк кешеләрҙең ошо программала ҡатнашыуына булышлыҡ итергә кәрәк, – тип билдәләне Раил Сарбаев.

Быйыл биш айҙа 1 342 яңы эш урыны булдырылды, был былтырғы йыллыҡ күрһәткес кимәлендә тиерлек.

Әлеге ваҡытҡа 858 договор төҙөлгән, уларҙың дөйөм суммаһы 80,7 миллион һум тәшкил ите. 840 кеше шәхси эшҡыуар булып теркәлгән (шул иҫәптән 165-е – фермер), ә 18 эшҡыуар был ярҙамды етдиерәк проектҡа старт булараҡ ҡабул итте һәм юридик шәхес сифатында теркәлде.  

Эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегенең төп төрҙәре булып малсылыҡ (185 кеше), умартасылыҡ (71 кеше), ҡошсолоҡ (52 кеше), сауҙа-һатып алыу эшмәкәрлеге (29 кеше) тора.

Ләкин былтырғы планка – ул сик түгел. Мәшғүллеккә булышлыҡ итеү саралары сиктәрендә 2010 йылда 3300 кешене эш урыны менән тәьмин итергә планлаштырыла. Был маҡсаттарға 195,3 миллион һум аҡса бүленгән, шул иҫәптән республика бюджетынан – 40 миллионға яҡын.