Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.88 ↓

EUR 65.95 ↑

28 июнь, Шаршамбы

Уфа   °

Муниципалитеттар эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә миллион һумға тиклем ярҙамға дәғүә итә ала

Иҡтисад

БР Эшҡыуарлыҡ һәм сауҙа буйынса дәүләт комитеты 2010 йылға иҫәпләнгән Республика бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары үҫеше программаһы сиктәрендә сираттағы конкурс үткәрә. Был юлы ул республиканың муниципаль берәмектәренең муниципаль программаһы сараларына ярҙам итеүгә субсидия билдәләүгә ҡағыла.

Конкурста Башҡортостан Республикаһының муниципаль райондары һәм ҡала округтары ҡатнашасаҡ. Биреләсәк суммалар бизнесын яңы башлаған бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттарын субсидиялауға иҫәпләнгән. Субсидия күләме бер миллион һумдан ашмаҫҡа тейеш.

Эшҡыуарлыҡ һәм сауҙа буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, дәүләт ярҙамының был төрө буйынса бюджеттан берлектә финанслау күләменең бер нисә үҙенсәлеге бар. Ҡала округы өсөн ул, мәҫәлән, 50 процент тәшкил итһә, республиканың башҡа муниципаль берәмектәре өсөн – 70 процент.

Документтар 5 июлгә тиклем түбәндәге адрес буйынса ҡабул ителә: Өфө, Пушкин урамы, 95.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть