10 декабрь, Шәмбе

08 июнь 2010 йыл, 9:10

Социаль хеҙмәткәрҙәр көнө менән!

автор: "Башинформ"

Бөгөн Рәсәйҙең халыҡты социаль яҡлау системаһы хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамы. Ошо айҡанлы Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов уларҙың исеменә ҡотлау ебәрҙе. Унда, атап әйткәндә, шулай тиелә:  

“Иң миһырбанлы һөнәрҙәрҙең береһенең вәкилдәре булараҡ, һеҙ яуаплы һәм изге эш башҡараһығыҙ – граждандарыбыҙҙың мәнфәғәтен яҡлайһығыҙ, тормош тарафынан йәберһетелгәндәр һәм бәләгә тарығандар хаҡында хәстәрлек күрәһегеҙ, балаларҙы ҡурсалайһығыҙ һәм оло йәштәгеләр, мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең тормошо өсөн лайыҡлы шарттар тыуҙыраһығыҙ.

Беҙҙең республикала көслө социаль сәйәсәт — төп өҫтөнлөктәр рәтендә. Тейешле закондар базаһы булдырылған, айырым маҡсатлы программалар һәм социаль йүнәлештәге концепциялар тормошҡа ашырыла. Социаль хеҙмәтләндереү учреждениеларының матди-техник базаһы планға ярашлы нығытыла.

Финанс көрсөгөнөң кире эҙемтәләренә ҡарамаҫтан, социаль ярҙамдың барлыҡ саралары ваҡытында һәм тулы күләмдә күрһәтелә. Быйыл ғына ла хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау өлкәһендә дәүләт сәйәсәтен бойомға ашырыуға 13 миллиард һумдан ашыу бюджет аҡсаһы бүлеү ҡаралған. Бөгөн республиканың 1 миллиондан ашыу кешеһенә ярҙам күрһәтелә.

Ҡәҙерле дуҫтар!

Изге хеҙмәтегеҙ һеҙ көн һайын арымай-талмай хәстәрлек күргәндәргә бик кәрәк. Ул бөтә йәмғиәтебеҙ тарафынан талап ителә. Еңелдән булмаған эшегеҙгә һәм кешелек бурысына тоғролоғоғоҙ өсөн рәхмәт! Һеҙҙең юғары профессионализм һәм тормош тәжрибәһе социаль яҡлау системаһын артабан камиллаштырыу, һеҙҙең алда торған яуаплы бурыстарҙы уңышлы хәл итеү өсөн нигеҙ булырына ышанам.

Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ һәм рух көсө, именлек һәм бәхет, һеҙ күңел йылығыҙҙы һәм изгелегегеҙҙе өләшкән кешеләрҙең рәхмәтле булыуын теләйем!

Башҡортостан Республикаһы Президенты М. Рәхимов”.