5 декабрь, Дүшәмбе

07 июнь 2010 йыл, 18:08

Владимир Гусев – «Кристериум Дофине Либере» велоуҙышының беренсе этабында рәсәйлеләр араһында иң яҡшыһы

автор: Дмитрий Слезин

Францияла бер нисә көн дауамында барған традицион «Кристериум Дофине Либере» про-турының велоуҙышы старт алды.

Алты километрлыҡ прологта Ағиҙел велоүҙәге тәрбиәләнеүсеһе, әлеге ваҡытта Рәсәйҙең “Катюша” командаһы уҙышсыһы, Владимир Гусев рәсәйлеләр араһында иң яҡшы һөҙөмтә күрһәтте – 27-се урын.

Уҙышта американлы Теджей ван Гардеренды ике секундҡа артта ҡалдырып («HTC-Columbia»), “Астана”нан испан Альберто Контадор еңде.

Йәнә биш секундҡа һуңыраҡ Контадорҙан словен егете Янез Брайкович («RadioShack») килде.

темалар: велоспорт