4 декабрь, Йәкшәмбе

07 июнь 2010 йыл, 18:02

Башҡортостан мәғдәндәрендә һирәк металл булыуы ихтимал

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

«Юбилей» һәм «Подольск» ятҡылыҡтары мәғдәндәре составында рений булыуы ихтимал. Был турала Башҡортостан Республикаһы буйынса Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу идаралығы начальнигы урынбаҫары Александр Чернов һөйләне.

— Мәғдән составында рений бар, тигән фараз ҡылына, — тип билдәләне Александр Лаврентьевич. – Хәҙер беҙ өлгөләрҙең бер өлөшөн экспертизаға ебәрҙек һәм тиҙҙән һөҙөмтәләрен алырға тейешбеҙ. Әгәр беҙҙең фараздар раҫланһа, беҙ Башҡортостан территорияһында уны табыу ысулдарын эҙләйәсәкбеҙ.  

Рений — һирәк металл һәм иң ауыр иреүсән металдарҙың береһе булып тора. Ул үҙенең физик үҙенсәлектәре буйынса молибден һәм вольфрамға оҡшаш. Уны космос һәм авиация сәнәғәтендә ҡулланалар. Рений бик ҡиммәтле металл: килограмы бер мең доллар самаһы тора. Ни тиклем саф булһа — шул тиклем ҡиммәтерәк.