Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.23

EUR 60.31

24 апрель, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда төҫлө металдарҙың ҙур ятҡылыҡтары үҙләштерелә

Иҡтисад

200 миллион тонна самаһы — әлеге ваҡытта Башҡортостанда эшкәртелеүсе иң эре "Юбилей" һәм "Подольск" ятҡылыҡтарындағы дөйөм мәғдән запасы ошо күләмдә билдәләнгән. Был Рәсәйҙәге иң эре төҫлө металл ятҡылыҡтарының береһе. Уларҙы эшкәртеүгә лицензия "Башҡортостан баҡыры" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә бирелгән.

«Башинформ» агентлығына Башҡортостан республикаһы буйынса Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу идаралығы начальнигы урынбаҫары Александр Черновтың хәбәр итеүенсә, «Юбилей» алты руда ятҡылығын үҙ эсенә ала. Шуларҙың өсәүһе — асыҡ ысул менән, ҡалғандары ер аҫты ысулы менән эшкәртеләсәк. Баҡыр, цинк, алтын, көмөш мәғдәндең төп мөһим компоненттары булып тора. Был металдарҙың байтаҡ өлөшө «Подольск» ятҡылығында ла табылған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть