8 декабрь, Кесе йома

07 июнь 2010 йыл, 15:24

Башҡортостанда талпан тешләүенән 6915 кеше зыян күргән

автор: Ғәлиә Нәбиева

Рәсәй ҡулланыусылар күҙәтеүенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы мәғлүмәте буйынса, республикала талпан тешләүенән 6915 кеше зыян күргән, шуларҙың 28 проценты – балалар.

«Башҡортостан Республикаһында гигиена һәм эпидемиология үҙәге» федераль дәүләт һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы лабораторияһы беренсе апрелдән алып 3424 талпанды тикшергән, шуларҙың 58-ендә (1,7%) талпан энцефалиты вирусы табылған.

Белгестәр талпандан тешләнгән кешеләргә иммуноглобулин профилактикаһын үткәрә. 1659 кешегә (мөрәжәғәт иткәндәрҙең 24%), шул иҫәптән 1184  балаға (62%) бындай ярҙам күрһәтелгән.

Әлеге ваҡытта Башҡортостанда вируслы талпан энцефалиты менән зарарланыусылар теркәлмәгән.